Итте өлөштәргә киҫергә. Үрҙә әйтелгән специяларҙы өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Кәмендә ярты сәғәткә ҡалдырып торорға.
Шашлык өсөн ағас шпажкаларҙы (6-8 шт) 15-20 минутҡа һалҡын һыуға һалып торорға.
Маринадланған тауыҡ итен шпажкаларға ара ҡалдырып теҙеп сыҡкас, рәшәткә өҫтөнә һалып, 180 градусҡаса ҡыҙған мейескә 25-30 минутҡа оҙатырға (өҫтө-аҫты конвекция режимы менән булһа, тағы ла яҡшы ????)
Иң мөһиме, рәшәткә аҫтына таба йә лист ҡуйырға онотмағыҙ. Юғиһә, ярты көн мейесегеҙҙе йыуырға тура килер????
????Тәғәйен ваҡыт үткәс (тик оҙаҡ тотмағыҙ), шашлыктарҙы эҫе килеш ашауға күсергә! Был мотлаҡ (түгел)????
Аштарығыҙ тәмле булһын!
❗P.S.: шашлыктарҙың тағы ла һутлыраҡ булыуын теләһәгеҙ, иткә һуған, тоҙ, борос ҡушып, өй майонезында маринадлағыҙ. Йәйгеһен мин тик шулай итәм.
Өй майонезы рецебын ҡалдырам ⬇️
????180 мл көнбағыш майы
????1 йомортҡа
????1 балғалаҡ шәкәр
????ярты балғалаҡ тоҙ
????1 балғалаҡ шыйыҡ гәрсис (горчица)
????борос
????ярты балғалаҡ лимон һуты
????Блендер менән аҫтан өҫкә ҡарай 30 секунд дауамында туғырға.
https://vk.com/wall-200468637_168?z=photo-200468637_457239093%2Falbum-200468637_00%2Frev