Ҡапыл иретеү һәм ҡар һыуҙары туң ергә һеңмәү сәбәпле, Вязовка, Бекетов, Подлубово ауылдарын һәм “Соловьевка” баҡсасылар биләмәләрен һыу баҫҡан ине. Был ауылдарҙа ике көн эсендә 32 кеше, шул иҫәптән 11 бала, 2 һыйыр, 5 кәзә һәм бал ҡорттары умарталары эвакуацияланды. Бәхеткә, һыу ҡайта башланы, Өршәк йылғаһында уның кимәле 80 сантиметрға кәмене. Ләкин, ул тулыһынса киткәнсе, байтаҡ ваҡыт талап ителәсәк. Бекетов ауылында йәшәүселәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында һыу баҫҡан биләмәләрҙән һыуҙы һурҙыра башлаясаҡтар. Әлеге ваҡытта Подлубово ауыл биләмәһендә “Берҙәм Рәсәй” ирекмәндәре эшләй.
Һыу баҫыуҙан зыян күргән кешеләр страховка түләүҙәрен (йорт страховкаланған осраҡта) юллау өсөн район хакимиәтенән һыу баҫыуҙы раҫлаған белешмә алала. Шулай уҡ Хеҙмәт министрлығы был кешеләргә һәр ғаиләгә 5-әр мең һум күләмендә матди ярҙам бүленеүе хаҡында хәбәр итә. Һыу баҫҡан биләмәләрҙә хәүефһеҙлек маҡсатында электр уты һәм газ һүндерелде, киләһе аҙнала улар яйлап ебәреләсәк.
Әлеге ваҡытта 685 сантиметрға күтәрелгән Ағиҙел йылғаһы айырыуса хәүеф тыуҙыра. Һыу баҫыу ҡурҡынысы янаған 10 ауылда 284 йорт һәм 820 кеше иҫәпләнә. Был ауылдарҙағы кешеләрҙең исемлеге һәм телефон номерҙары барланды. Уларҙың телефондарына смс-хәбәр ебәреләсәк.
Ташҡын айырыуса Сахай ауыл Советының Ағиҙел йылғаһы эргәһендә урынлашҡан Бельский ауылы халҡына янай. Шуға күрә, унда йәшәүсе халыҡты малдарын хәүефһеҙ урынға күсереүҙәрен һәм эвкауацияға әҙер булыуҙарын һорайбыҙ.
Валерий Волик, район хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары.