Даирә
+18 °С
Облачно
Ауылым, ауылҡайым
12 Апреля 2021, 09:21
Һөйөнсө!!! Ергә яҙ килде, аҡҡоштар ҡайтты!
Яҙ етте, аҡҡоштар ҡайтты... Йыл һайын аҡҡоштар беҙҙең ауылдар күлдәренә лә төшөп хәл йыйып китәләр. Улар артабан ҡалыр өсөн тынысыраҡ урындарҙағы күлдәрҙы йәй үткәрер өсөн һайлайҙар. Түбәнге Төкөн ауылы эргәһендәге күлгә лә парлы аҡҡоштар ҡайтҡанын фотоға төшөрөп алғандар. Аҡҡош боҙ ашап китә лә, боҙ аша кире ҡайта, ти халыҡ һынамышы. Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыуы - үҙе бер илаһи мәл бит ул. Ә бына ҡыр ҡаҙҙары менән торналар һуңыраҡ ҡайта. Халыҡта торналар ҡайтҡас ҡына ысын яҙ етә, тиҙәр. Яҙ менән, дуҫтар!Кемдәр тағын күрҙе аҡҡоштар ҡайтҡанын?
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!