Даирә
+30 °С
Ясно
Ауылым, ауылҡайым
21 Марта 2021, 12:34

Фельдшерҙың исемен мәңгеләштерергә теләйҙәр

Ул бәләгә тарыған ауылдашының ғүмерен ҡотҡарырға ашығып, үҙе һәләк була...

Шишмә районының Петряев ауылы халҡы фажиғәле рәүештә һәләк булған фельдшерҙың исемен мәңгеләштерергә теләй. Февраль аҙағында Валентина Якимова өсөн сираттағы саҡырыу һуңғыһы булып сыға. Ул бәләгә тарыған ауылдашының ғүмерен ҡотҡарырға ашығып, үҙе һәләк була.
Валентина Якимованың ҡыҙы Марина әсәһен юғалтыуға әле лә ышанып етә алмай. “Уның көтмәгәндә арабыҙҙан китеүе – беҙҙең ғаилә өсөн генә түгел, ә тотош ауыл халҡы өсөн оло юғалтыу,” - ти.
Валентина Якимова сираттағы шылтыратыу буйынса мунсала иҫен юғалтҡан ауылдашын ҡотҡарырға ашыға. Фельдшер тәүге медицина ярҙамы күрһәтә, укол ҡаҙай, тик үҙе һөрөм еҫенән иҫен юғалта. Улына ярҙамға саҡырған өлкән йәштәге ҡатын да уның менән бергә мәрхүм була. Бәхеткә күрә, Павел иҫән ҡала.
Ҡот осҡос фажиғә ауыл халҡын хайран ҡалдыра. 26 йыл буйы Петряев ауылы халҡын хеҙмәтләндергән фельдшерҙы ауылдаштары яҡшы һүҙ менән генә иҫкә ала. Ауылдаштар эш ваҡытында фажиғәле һәләк булған фельдшерҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән бер урамды уның исеме менән атарға тәҡдим итә. Әле урындағы депутаттар менән кәрәкле документтарҙы йыя башлаған. Эштең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, улар маҡсаттарына ирешәсәктәренә ышана.
Фото: шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас