Даирә
+17 °С
Облачно
Ауылым, ауылҡайым
10 Марта 2021, 10:11

Тышта март бураны ҡотора...

Урамда март айы булыуға ҡарамаҫтан, тышта буран ҡотороуын дауам итә. Февраль аҙағы һәм март башы бигерәк тә буранлы булды. Кешеләр ҡапҡа алдарын ҡарҙан таҙартып арып бөттө, ҡар һырынтылары бейек итеп өйөлдө. Юлдарҙа иһә хәлдәр тағы ла аяныслыраҡ.

Райондың тракторҙары, грейдерҙары, машиналары юлдарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алмай. Юлдар Трассаларҙа аварияларҙың йышайыуы, үлемесле осраҡтар булыуын ишетеп торабыҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ебәргән һауа торошо хаҡындағы хәбәрҙәргә иғтибарлыраҡ булайыҡ. Бик ашығыс булмаһа, алыҫ юлға сыҡмауығыҙ хәйерле. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән халыҡ мәҡәлен иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Иҫән-имен булайыҡ.
Гөлсәсәк Аласова.
Читайте нас