Нәҡ шундалыр, моғайын,
Хозурлығы донъяның.
Ап-аҡ ҡарҙар ашығалар
Баҫырға тип ерҙең туҙанын.
Ҡарҙар яуа ергә өйөрөлөп,
Сафландырып кеше күңелен.
Яман уйҙар түгел, яҡты хистәр,
Уртаҡ эштәр беҙҙе бәйләһен.
Ҡарҙар булып еребеҙгә
Иман төшә Хоҙайҙан.
Белмәһен кеше башҡаны
Изге ғәмәл ҡылыуҙан.
Ҡарҙар яуа бөртөк-бөртөк,
Юҡ иҫәбе, юҡ һаны,
Ҡарҙар булып бәхет яуһын,
Һис айырмай әҙәм балаһын.
Ҡарҙар яуа, әйҙә, яуһын,
Донъя матур, ҡар яуһа.
Уңыш та булыр мул,
Хаҡ Тәғәлә бойорһа.
Рим ИСХАҠОВ,
Бишауыл-Уңғар ауылы.