Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
22 Декабрь 2020, 12:39

Ҡолонҡайҙы ҡотҡарғандар...

Балаларға ябыҡ люктар өҫтөндә һикерергә ярамағанын бәләкәйҙән өйрәтегеҙ. Унда машиналарҙы ҡуйырға ярамағанын да һәр водитель иҫендә тоторға тейеш.

Балаҡатай районында ҡоҙоҡҡа йығылып төшкән ҡолон саҡ һәләк булмаған. Ваҡиға райондың Нөгөш ауылында була. Хужаһыҙ ҡоҙоҡтар, асыҡ люктар һәр кем өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Ҡолонҡай кеүек тәрән соҡорҙарға йығылып төшөп, көтмәгәндә бәләгә тарыу осраҡтары кешеләр араһында ла йыш булып тора. Хайуандың тотҡонлоҡтан үҙ аллы сығырға хәле булмай. Ауылда йәшәүселәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусыларын ярҙамға саҡырған. Ярай әле, ҡолонҡай артыҡ зыян күрмәгән. Белгестәр бындай хәлгә тарымау өсөн кәңәштәр бирә. Ябылмаған йәки ватыҡ люктарҙы күргәндә мотлаҡ ҡала дежур хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк. Балаларға ябыҡ люктар өҫтөндә һикерергә ярамағанын бәләкәйҙән өйрәтегеҙ. Йылытыу камералары, люктар өҫтөнә машиналарҙы ҡуйырға ярамағанын да һәр водитель иҫендә тоторға тейеш. Ҡолонҡай менән булған күңелһеҙ хәл кешеләр өсөн дә һабаҡ. Фото:NewsBash. Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: