Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
3 Декабрь 2020, 17:20

Ҡышҡы хозурлыҡҡа һоҡланмай икән кем генә?

Ҡыштың тәүге көндәрендәге сихри матурлыҡ бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Сөнки, Интернет селтәрендәге "Бәйләнештә", Инстаграммдағы сәхифәләренә күптәр ап-аҡ бәҫ ҡаплаған фотоһүрәттәрҙе һалған.

Беҙ, ысынлап та, тәбиғәттең дүрт миҙгелен дә күрә, уға һоҡлана алыуыбыҙ менән бәхетлебеҙ. Һәр миҙгел үҙенең йәмле мәлдәре менән үҙенә әсир итә. Көҙҙәрен алтынға, яҙ-йәйҙәрен йәшел келәмгә, ҡыштарын ап-аҡ юрғанға төрөнгән урмандарға ғашиҡмын мин. Һеҙҙә ошо мәлдәрҙе төшөргән фотоһүрәттәрегеҙ менән бүлешегеҙ, дуҫтар.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: