Башҡортостанға хәүефле ҡош киҙеүе сире янай тип хәбәр иткәйнек. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә асыҡланыуынса, әле был сирҙең республикаға инеү осраҡтары теркәлмәгән. Тик республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров билдәләүенсә, икенсе, шулай уҡ ҡурҡыныс мал сирҙәре янай башлаған. – 18 ноябрҙә күрше Ырымбур өлкәһендә ҡабандар араһында сусҡа африка чумаһы сире усағы теркәлгән. 17-18 ноябрҙә Һамар өлкәһендә ике усаҡ асыҡланған. Бынан тыш 20 ноябрҙә сусҡаларҙың африка чумаһы геномы күрше Силәбе өлкәһендә лә табылған тигән мәғлүмәт килде, – тине Фәрит Ғүмәров. – Ошо сәбәпле республиканың Ауыл хужалығы министрлығы менән Ветеринария идаралығы был сирҙе беҙҙең биләмәгә индермәү өсөн барлыҡ сараларҙы күрә. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республика ошоға тиклем сирҙе индермәй тотоп тора. – Хәлде тулыһынса контролдә тотабыҙ һәм тикшерәбеҙ. Силәбегә сир ит-һөйәк оно аша ингән. Ырымбурҙа ҡыр ҡабандары йоҡторған. Был беҙҙән ни бары 15-20 километр алыҫлыҡта ғына. Был хәлде республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә контролдә тотабыҙ. Был еңел булмаған бурыс, тик әлегә проблема юҡ. Ҡош киҙеүе буйынса, яңы сир усаҡтары асыҡланмаған, беҙҙең республикала осраҡтар теркәлмәгән, – тине Илшат Фәзрахманов. Фото: resbash.ru Автор: Альфия Мингалиева