Уҙған ялдарҙа ла миңә лә ике өмәлә ҡатнашырға тура килде. Ғөмүмән, өйрәк-ҡаҙ йолҡорға яратам мин. Өмәгә саҡырһалар, шатланып риза булам. Апайыма бергәләшкәндән һуң күршем саҡырғас, тиҙ генә риза булдым. Күмәкләшеп, һөйләшә-көлөшә “һә” тигәнсе 23 өйрәкте эшкәртеп тә ҡуйҙыҡ.
Һеҙҙә ниндәй өмәләр бара, дуҫтар? Себеш-бәпкәләрегеҙ уңдымы? Беҙҙең менән дә уртаҡлашығыҙ, фотоларығыҙҙы һалығыҙ.