Доғалар уҡый-уҡый мәсетте төҙөнөм, күпме көсөм, матди мөмкинлегем бар, бөтәһен дә төҙөлөшкә һалдым. "Нур” мәсете донъяны яҡтыртып, кешеләргә иман, тәүфиҡ таратыр, халыҡ берҙәм булыр, тип өмөт итәм, - ти мәсеттең имам-хатибы Фәрил Мурсалов.
Халыҡ мәсетте төҙөүҙә дәррәү ҡатнашҡан, хатта таныш булмаған кешеләр ҙә ярҙамға килгән. Ярты быуат Биштин ауылында балаларға белем биргән Римма Әхмәтшинаның уҡыусыһы ул Фәрил Мурсалов. Хәҙер улар ролдәре менән алмашҡан, элекке уҡыусыһы уҡытыусыһын ислам нескәлектәренә өйрәтә. 83 йәшлек уҡытыусыһы пенсияға сыҡҡас, ғәрәп телен өйрәнгән, намаҙға баҫҡан.