Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
14 Сентябрь 2020, 11:25

Бына бит ул күңелгә яҡын ауыл тормошо!

Ял көндәрендә Түбәнге Төкөн ауылына бәшмәк йыйырға барырға булдыҡ. Иртән-иртүк тәбиғәттә йөрөү, үҙе ҙур кинәнес, ләззәт икән! Бының өсөн ауылдан йыраҡ китергә лә кәрәкмәне, ә ни бары ырҙын артына сығыу ҙа етте. Сөнки, бер-ике аҙым атлаһаң, урман-күлдәр, ялан-туғайҙар йәйрәп ята, бәшмәк тә аяҡ аҫтында ғына булып сыҡты.

Баллы бәшмәктәр (опятав) туғайҙа үлән араһына йәшенеп кенә үҫә икән. Теҙелеп киткәндәрен осратһаң, йыйыуы күңелле генә. Ләкин, ауыл балаһы тәбиғәткә сығып, уға һоҡланмай ғына йөрөй аламы ни? Йорттар артындағы күлдә матур итеп йөҙөп йөрөгән ҡаҙ-өйрәктәр иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. Бер заман һауала ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары, селәндәр осоп йөрөй башланы. Ҡошҡайҙар матур итеп теҙелешеп, йылы яҡҡа китергә әҙерләнә ине буғай. Урман һауаһын туйғансы һулап, ял итеп, бәшмәкле лә булып ҡайттыҡ. Мул уңышлы алтын көҙҙөң тәбиғәтенә һеҙ ҙә һоҡланып ҡалығыҙ, дуҫтар!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: