Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
24 Июнь 2020, 12:40

Ҡайҙа ҡалды, бала сағым?

Малай ауылына командировкаға барғанда, ауылды сыҡҡан урында ике малай, бер ҡыҙҙың велосипедта китеп барғандарын күреп, бала сағым кинәт иҫкә төшөп китте.Их, бар ине бит бер хәсрәтһеҙ, ғәмһеҙ бала саҡтар! Сыр-сыу килеп күлдә һыу инеп, яҡындағы болондарға барып туйғансы еләк ашап, күҙ бәйләнгәнсе тышта уйындар уйнап йөрөгән мәлдәр ниндәй күңелгә яҡын.Уйнап ҡына үтмәне, әлбиттә, беҙҙең бала саҡ. Атай-әсәйҙәр көнө буйына баҫыуҙа эштә. Уларҙы йәй көндәрендә өйҙә бик һирәк күрә инек. Иртән тороп, ҡош-ҡорт ашатыу, бәпкәләр көтөү, баҡсалағы ҡый үләндәрен утау, көйәнтәләп һыу ташыу, түтәлдәргә һыу һибеү, иҙән йыуыу, ашарға бешереү кеүек бихисап эштәр ҙә беҙҙең елкәгә төшә ине.Ләкин, бала саҡ барыбер бала саҡ булып ҡала. Әйҙәгеҙ, Гөлнур Абдуллинаның шул хаҡта бик матур шиғырын уҡып китәйек.

Бала сағым ҡайҙа ҡалды икән,
Ни арала уны юғалттым?
Бала саҡтың һуҡмаҡтарын эҙләп,
Ҡайтыр юлдарыма күҙ аттым.
Ҡалғанмы ул зәңгәр офоҡтарҙа,
Әллә ҡалған төпһөҙ бушлыҡта...
Башым эйеп, күпме югерһәм дә,
Булмаҫ инде ҡыуып тотоп та.
Даръя һыуы булып,әллә инде
Ағып китте микән диңгеҙгә.
Эсем тулы ошо һорауҙарға
Яуап бирер микән кем генә?
Эх, осратһам әгәр бала саҡты,
Уйнар инем үсем ҡанғансы.
Етәкләшеп ауыл урамдарын
Үтер инем арып-талғансы.
Ул да бәлки мине һағыналыр,
Осрашырға теләп, илайҙыр.
Һағыныуын илап баҫалмаһа,
Ҡысҡырып та бәлки йырлайҙыр.
Бер-беребеҙзе нисек һағынһаҡ та,
Булмаҫ инде беҙгә осрашып.
Яҙмыш шулай ҡушҡан.Мәңгелеккә
Айырылышҡанбыҙ кинәт хушлашып.(04.12.2017 й.)
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.
Читайте нас: