Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ауылым, ауылҡайым
16 Июнь 2020, 15:40

Маҡсат – умартасыларға ярҙам итеү

Хәҙерге заманда туҡланыуҙа атамаһына “эко” (йәғни экологик йәһәттән таҙа) тигән һүҙ ҡушылған ризыҡтарҙы ҡулланыу айырым бер күренешкә әйләнде. Ысынлап та, бөгөн ниндәй ҙә булһа ҡушымтаһыҙ – буяуҙарһыҙ, тат биргән, тәмде көсәйткән консерванттарһыҙ аҙыҡ-түлекте табыуы ауыр. Өҫтәүенә улар генетик модификацияланған булыуы ла ихтимал. Әлеге билдәләмәләр балға ла ҡағыла. Кибет кәштә­ләрендә был татлы ризыҡтың төрлө етештереүселәр тәҡдим иткән бихисап сорттарын осра­тыр­ға мөмкин, әммә уларҙың бары­һының да файҙалы һәм тәбиғи икәнлегенә ышанып буламы?

● Балдың экологик таҙалыҡ гаранты – ул умартасы. Ризыҡ сифатының 50 проценты тап уның намыҫына, әҙәплелегенә йәки һаранлығына бәйле.

l● ●Эко-бал алыу өсөн умарталыҡтың ҡайҙа урынлашыуы бик мөһим. Ул ҙур ҡала һәм ауылдарҙан кәм тигәндә 50 саҡрым алыҫлыҡта, ауыл хужалығы баҫыуҙары булмаған, ялан-ҡыр үләндәре үҫкән тәбиғәт ҡосағында булырға тейеш. Умарталыҡты уратып алған урмандың, тирә-йүндәге һауаның да таҙа булыуы шарт.

●l● Умартасы бал ҡорттары ҡулланған һыуҙың, үҙе файҙаланған ҡорамалдарҙың таҙалығын тәьмин итергә тейеш. Кәрәҙ ошо уҡ умарталыҡта алынған балауыҙҙан эшләнһә – яҡшыраҡ.

l● Тауар балы йыйыу өсөн аҡ кәрәҙле рам ҡулланығыҙ, ул һәр умартасыла булырға тейеш. Аҡ кәрәҙле рам – ул ҡортсоноң “алтын запасы”.

l● Бал һыҡҡанда санитар нормаларҙы теүәл үтәү шарт. Балды артыҡ йылытыуға һәм асыҡ ҡояш нурҙары аҫтында һаҡлауға юл ҡуйырға ярамай.

l● Яҙғыһын бал ҡорттарын өҫтәмә туҡ­ландырыу ихтыяжы тыуыуын иҫәпкә алып, умартасы көҙгөһөн етерлек күләмдә бал алып ҡалырға тейеш. Был маҡсатта тик бал ҡулланырға кәңәш ителә, шәкәр ярамай, сөнки уның аша ҡорттарға пестицидтар һәм башҡа зарарлы компоненттар эләгеүе ихтимал.

l● Умартасы бал ҡорттарының сәләмәт­леген ҡайғыртырға бурыслы, уларҙы дауа­лауҙа антибиотиктар ҡулланырға кәңәш ителмәй. Дөрөҫ тәрбиәләгән һәм барлыҡ санитар талаптарҙы теүәл үтәгән осраҡта ауырыу ихтималлығы бик ныҡ кәмей. Шулай ҙа, әгәр бал ҡорто ғаиләһе сирләһә, ваҡытты (бал алғанға тиклем), дауалау алымын һәм күләмен дөрөҫ билдәләргә кәрәк. Бының өсөн тәбиғи ҡатнашмаларҙан торған дарыуҙар ҡулланыу зарур. Ҡайһы бер осраҡта халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

Илфат Хисамов, күп йыллыҡ стажға эйә умартасы:
– Бал ҡорттары ауырыуҙарын ҡуҙғы­тыусыларға ҡаршы көрәштә антибиотиктар ҡулланыуға юл ҡуймау маҡсатында “БашИнком” ғилми-тикшеренеү предприя­тиеһының бер төркөм ғалимдары өс төрлө биопрепарат эшләп сығарҙы.

1) “СпасиПчел” микробиологик препараты бал ҡорттары ауырыуҙарын иҫкәртеүҙе, ҡышлау осоронда уларҙың үлеүенә юл ҡуй­мауҙы, бал ҡорто ғаиләһенең көсөн һаҡ­лауҙы, иммунитетын нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был препарат бөтә Рәсәй буйынса меңдән ашыу һәүәҫкәр һәм сәнәғәтсе умартасының ыңғай баһаһына лайыҡ булды.

2) “АпиВрач” пробиотик препараты бал ҡорттарын вируслы, бактериялы, бәшмәк төрөндәге сирҙәрҙән һаҡлау, иммунитетты күтәреү, бал ҡорто ғаиләһенең һөҙөмтә­лелеген арттырыу өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ уны аскосфероз, америка һәм европа серек ауырыуҙары осрағында ҡулланырға кәңәш ителә.

“АпиВрач”тың тәьҫире уның составында тере пробиотик бацилла культуралары, патоген микроорганизмдарҙың тәбиғи антагонистары булыуына нигеҙләнә. Улар бал ҡорттарында иммунитет барлыҡҡа килтерә, киң таралған ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтлелеген арттыраһәм бөжәктәрҙең организмында матдәләр алмашыныу процесын әүҙемләштерә.

3) “ПчёлоНормоСил” препараты инә ҡорттоң йомортҡа һалыу һәләтен арттыра, оҙайлы ҡыштан һуң бал ҡорттарының эсәгендә микробиоценоздың тиҙ арала тергеҙелеүенә, ҡышлаған бөжәктәрҙең тормошҡа яраҡлашыуына һәм эшмәкәрле­генә булышлыҡ итә, туйындырыусы ҡорт­тарҙың әүҙемлегенә ыңғай йоғонто яһай. Был препарат яҙғыһын бал ҡорттарының төп бал йыйыу миҙгеле алдынан һәм көҙгөһөн ҡышҡы осорға әҙерлек барышында бал ҡорто ғаиләһенең көсөн арттыра. “ПчёлоНормоСил”дың бал ҡорто ғүмерен 1,5 тапҡырға, бал алыуҙы – 16 процентҡа, тоҡом алыуҙы 12 процентҡа арттырыуы фәнни йәһәттән раҫланған.

Эшенә яуаплы ҡарағас, һөҙөмтә яҡшы!

Николай Саханьковтың балы сифат контроленең барлыҡ этаптарын үткән, уның экологик йәһәттән таҙалығы Германияның QSI бойондороҡһоҙ лабораторияһы тарафынан раҫланған. Алынған һөҙөмтә беҙҙе ғәжәпләндермәне, беҙ Саханьковтың ба­лының таҙалығын, сафлығын белә инек.

QSI лабораторияһына ебәрелгән балдар, составында антибиотиктар булыу сәбәпле, контролде үтә алмай ине. Шуға күрә умартасылар үҙҙәренең бал ҡорто ғаиләләрен химия менән түгел, ә тәбиғи ҡатнашмалар менән дауалай алһын өсөн биопрепараттар уйлап табылды. Шулай уҡ бал ҡорттарын варроатоздан һаҡлау өсөн “Карамультук башкирский” ҡорамалы эшләнелде. Ул бал ҡорттары үрсемәгән осорҙа уларҙы ҡуҙғалаҡ кислотаһы парҙары ярҙамында талпандарға ҡаршы эшкәртеү мөмкинлеген бирә.

“Карамультук башкирский” ҡорамалының өҫтөнлөктәре – ышаныслы һәм ҡулланыуҙа уңайлы, ҙур көс талап итмәй, ә ҡуҙғалаҡ кислотаһы биш тапҡыр арзан, кеше һәм бал ҡорттары өсөн зыянһыҙ тиергә мөмкин. Ҡуҙғалаҡ кислотаһы – Варроа талпанына ҡаршы һыналған, һөҙөмтәле һәм экологик йәһәттән
экологик йәһәттән хәүефһеҙ сара. Бер умартаны эшкәртеүгә киткән ваҡыт – 30 секундтан бер минутҡа тиклем.
https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/321978
Читайте нас: