Үҙебеҙҙең тәбиғәткә етәме һуң?
Пандемия сәбәпле, ике айҙан ашыу өйҙә ятып эшләп, командировкалар онотолоп бөткән. Үтәгән ауылына командировкаға барырға ниәтләгәс, бик һөйөндөм. Ауылға китеп барғанда, юл буйында үҫкән ағастарға, зәп-зәңгәр сәскә атып ултырған баҫыуҙарға ҡарап, тәбиғәтебеҙ һоҡланып туймаҫлыҡ тип уйлап барҙым.