Ә бит боронғолар яҙға аяҡ баҫыу менән тик витаминлы саҡтарын һайлап алып ҡына аштар бешергән. Шуға ла ныҡлы булғандар, төрлө ауырыуҙарға бирешеп бармағандар. Ҡаҡы, йыуа, ҡуҙғалаҡ, кәзә һаҡалы үҙҙәре генә нимә тора?! Ҡаҡыны беҙ бәләкәй саҡта ҡосаҡ-ҡосаҡ йыя инек. Иң йыуандарын - әтәйемә, уртасаларын-әңкәйемә, эштән ҡайтҡас ашарға ҡалдыра инек. Ваҡтарын үҙебеҙ ашай торғайныҡ. Их, шул замандар бигерәк тә һағындыра шул. Ҡуҙғалаҡтан, йыуанан бешергән пирожкиҙарҙы, пирогтарҙы әле лә яратам. Үҙе бер аҙыҡ бит инде улар.