

Илтуған ауылында умарта тотоусылар байтаҡ. Рәжәп Йосопов та инде байтаҡ йылдар инде был мәшәҡәтле эш менән шөғөлләнә.
Умартасылыҡ менән ҡасан мауығып киттең? - тигән һорау бирәм.
- Ҙур улым Илнур мәктәпте бөткәс, Михайловкала умартасы-баҡсасы белгеслегенә уҡырға инде. Был һөнәр уның күңеленә шул тиклем ятты, ул бик ҙур теләк менән мауығып уҡыны. Уҡыуын тамамлап, армияға китәһе йылды беҙгә өс умарта ҡалдырып китте. Элек ауылда Мөхәмәт Зарипов бабай умарта тота ине. Уның улы Әнүәр ағайҙың баҡсаһын һөргәндә бер умарта күрҙем дә: “Минең малай умартасыға уҡый, шул умартаны миңә бир әле” – тинем. Уны алып ҡайтып, ремонтланыҡ. Урманға ағас баштарына “ловушка”лар ҡуйып, күстәр тотоп, шулай башлап ебәрҙек. Уларҙы һәр ваҡыт барып ҡарап торорға кәрәк.
Улым хеҙмәттән ҡайтҡас, уға өҫтәп, Боҙаяҙҙан 22 умарта алып ҡайттыҡ. Унан һуң уларҙың һанын етмеш етегә тиклем еткерҙек. Ләкин баҫыуға химикаттар һиптергәндән һуң, уларҙың күбеһе һәләк булдылар. Үлгән ҡорттарҙы услап-услап түктем, өстән бере генә иҫән ҡалғайны. Эшсе ҡорттарҙың бөтәһе лә юҡҡа сыҡҡан. Ләкин туҡталып ҡалмаҫҡа, умарталарҙың һанын күбәйтергә уйланыҡ.
Әлеге ваҡытта умарталар һаны бихисап. Быйыл һауа торошо бик ыңғай булмаһа ла, балдың муллығына зарланырлыҡ түгел. Йылына ҡарата яҡшы тиһәк тә була. Умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлаһаң, уның менән шунда уҡ “ауырый” башлайһың, уны ташлап булмай икән ул. Өҫтәүенә, хәҙер умартасылыҡ менән шөғөлләнергә йылға-күлдәр, йүкә урмандары һәм төрлө-төрлө сәскәле болондар ҙа бар. Шулай ҙа бал ҡорттарын үрсетеү менән теләһә кем шөғөлләнә алмай. Уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәре бар, ә күпме ваҡытты ала ул. Уларҙы һәр саҡ ҡарап торорға кәрәк, айырыуса осош ваҡытында ҡалдырып бер ҡайҙа ла сығып китеп булмай. Рәхмәт улдарыма, ейәндәремә, улар миңә ныҡ ярҙам итәләр. Элек Тәслимә апайың да булыша ине, Бер ваҡыт көслө ел булғанда ҡорттар уға барып йәбештеләр, шунан һуң: “Мин башҡа сыҡмайым” – тине.
Бал ҡорттарын тышта, омшанникта ҡышлатабыҙ. Хәҙер иҙән аҫтында, баҙҙа ҡышлатыусылар юҡтыр ул. Элек ауыл йортонтоң аш-һыу баҙына төшөрөп ҡуйғандар, унан бал ҡорттары сығып, таралған саҡтар ҙа булған тип һөйләйҙәр ине, - ти тәжрибәле умартасы Рәжәп Миңлеәхмәт улы.
Эштең үҙ нескәлектәре һәм һауа шарттары, бал ҡорттарының ауырыуҙары кеүек ауырлыҡтары ла бар. Ләкин Йосоповтар бал ҡорттары тураһында файҙалы мәғлүмәт туплаған, умартасылар менән кәңәшләшеп, яңы ысулдар өйрәнгән. Бал ҡорттарының беҙҙең климат шарттарына яраҡлашҡанын, балды, шулай уҡ тәбиғәттәге продукттарҙы мулыраҡ йыйғанын, оҙағыраҡ йәшәй торған ҡорттарҙы алырға тырышалар.
- Бөгөнгө көндә беҙҙең яҡтар климатына нығыраҡ сыҙамлы “Средне Русский” тоҡомлоһо, ул ҡышлатыуҙы еңелерәк кисерә, йәй табыш миҙгелендә балды күберәк ташый. “Бурзянский” тигәне - иң уҫалы, уға яҡын килеп булмай, ул һәм “Кавказский” – иң уңған бал ҡорттары. Уларҙы ҡарап ҡына торорға кәрәк. Оянан күс айырылып сыҡһа, башта умарталыҡ тирәһендә ағасҡа ҡунып тора, күрмәй ҡалһаң, ҡуҙғалып китәләр. Бераҙ ваҡыт барғас, туҡтап, хәл йыйған арала, “разведчиктары” китеп, оя эҙләйҙәр, оҡшаһа, серегән ағас йәки “ловушка” табып, быларын яҡын-тирәгә алып киләләр, оҡшамаһа, артабан осалар. Киткәндә үҙҙәре менән бер аҙналыҡ аҙыҡ алып сығалар. Шулай улар 60 саҡрымға тиклем осоп китергә мөмкин.
Бал ҡорттарының төрлө ауырыуҙары ла бар бит әле, варратоз - бик хәүефлеһе. Уны булдырмаҫ өсөн көҙөн, ҡышҡылыҡҡа омшанникка ҡуйыр алдынан, дауалау саралары күрәбеҙ. Талпан да, көйә лә бик насар – улар бал ҡорттарын ашап бөтә. Шундай мәлдәрҙе булдырмаҫ өсөн апрель айында уҡ умарталыҡҡа барам, көҙ көнө генә ҡайтам. Умартасының эше йәй көнө генә, тип уйлаусылар яңылыша, ҡышын да ваҡ-төйәк табылып тора: яҙғылыҡҡа алдан әҙерләнеп, рамдарҙы, умарталарҙы төҙәтәбеҙ, яңыларын яһайбыҙ. Ҡыҫҡаһы, йыл әйләнәһе эш туҡтап тормай, - тип һүҙен дауам итә ул.
Рәжәп Миңлеәхмәт улының һөйләгәндәрен тыңлайым да, үтә лә мәшәҡәтле эш, балды һатып ҡына алыу хәйерлерәк түгелме икән, тип уйлап ҡуям. Уның ҡарауы, тәбиғәт мөғжизәһе - бәләкәй генә бал ҡорттары әҙерләгән ризыҡ тәмле лә, файҙалы ла.
- Бал айыртҡан саҡты айырыуса яратам. Алтындай һап-һары бал аҡҡанда ҡәнәғәтлек хисе кисермәйенсә мөмкин түгел. Балды балаларға, нәҫел-ырыуға таратып бирәбеҙ, артығын һатабыҙ ҙа, балауыҙынан дарыуҙар ҙа яһайбыҙ, - тип һүҙгә ҡушыла ҡатыны Тәслимә Миңлеғәли ҡыҙы.
Ғаиләһе
Рәжәп Миңлеәхмәт улы тыумышы менән ошо ауылдан. Мәктәптән һуң тракторсыға уҡып, ғүмерен тыуған колхозына бағышлай.
- Атайым да хаҡлы ялға тиклем колхозда тракторҙа эшләне. Мин дә уға эйәреп алты йәшемдән руль артына ултырҙым. Ярата инем мин техниканы. Ғүмер буйы “Бүләк” колхозына хеҙмәт иттем. Ляхов училищеһын тамамлағас, атайым менән бергә ДТ-20, Т-16 тракторында эш башлап ебәргән инем, аҙаҡ МТЗ-50 тракторына ултырҙым. Мағиян Баҡыев, Ғәйнислам Шәрәфетдинов, Фәнис Шаймарҙанов кеүек тәжрибәле ағайҙар мине эшкә өйрәтте. Улар менән бергә эҫкерт өйҙөк. Фермаға барда, жом, һөт тә ташыным. Экскаваторҙа эшләгәндә, Иҫке Муса, Илтуған, Арыҫлан, Аҡтүбә, Подлуб ауылдары халҡына газ кереттек. Эшләмәгән эш ҡалманы. Элек бит кабиналар ҙа йылытылмай ине хәҙерге техникаларҙа кондиционерына тиклем бар, - ти әңгәмәләшеүсем.
Йосоповтарҙың татыу ғаилә ҡороуҙарына ла 45 йыл булып киткән.
- Салауат педагогия училищеһын тамамлап, яңы ғына эшкә ҡайткан инем, Рәжәп ағайың менән осрашып, өйләнештек. Артабан Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем алдым һәм 40 йыл ғүмеремде балаларға белем биреүгә бағышланым. Өс ул үҫтерҙек. Өлкәне Илнур ғаиләһе менән ошо ауылда йәшәй. Ҙур итеп йорт һалдылар. Икенсеһе Зинфир ҙа ғаиләһе менән матур итеп донъя көтә, балалар үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа, бала ҡайғылары ла күрергә тура килде – һөлөк кеүек үҫеп бөткән улыбыҙ Линур 21 йәшендә генә вафат булды.
Бөгөнгө көндә балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ менән бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Дөнъялар ғына тыныс, үҙебеҙ иҫән-һау булһаҡ ине, - ти Тәслимә Миңлеғәли ҡыҙы.
“Уңышҡа ирешеү өсөн умартасы бал ҡорто кеүек эшләргә тейеш” тигән девиз менән йәшәй Йосоповтар ғаиләһе. Иң мөһиме, теләк һәм тырышлыҡ кәрәк. Ә был сифаттар уларҙа бар.
Венера Ғафарова.
автор