Даирә
+25 °С
Облачно

Ишле ғаилә – ауыл күрке

Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Сахай ауылында йәшәүсе Альбина һәм Марсель Саяповтар гөрләтеп донъя көткән ғаиләләрҙең береһе.

Ишле ғаилә – ауыл күркеИшле ғаилә – ауыл күрке
Ишле ғаилә – ауыл күрке

Ауылдарыбыҙҙы йәмләп йәшәгән күп балалы ғаиләләр районыбыҙҙың ғорурлығы. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Сахай ауылында йәшәүсе Альбина һәм Марсель Саяповтар гөрләтеп донъя көткән ғаиләләрҙең береһе.
Бынан 18 йыл элек йәштәр бер-береһен осратып, мөхәббәт утын ҡабыҙалар. Ул ваҡытта Марсель Асҡын күп профилле колледж студенты булһа, Альбина Өфө финанс-иҡтисад колледжында белем ала. Егет һөйкөмлө, сибәр ҡыҙға тәү күреүҙән ғашиҡ була. Тыныс, аҡыллы егет тә Альбинаның йөрәген тиҙ яулай. Йәштәр икеһе лә уҡыу йорттарын уңышлы тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһына эшкә киләләр. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешеп матур, татыу ғаилә ҡорорға ҡарар итәләр. Шулай итеп уларҙың бәләкәй генә ғаилә утрауы барлыҡҡа килә. Бер нисә йыл баш ҡалала йәшәгәндән һуң, улар Альбинаның тыуған ауылына күсенеп ҡайталар. Ауыл тормошо, ауылда йәшәү беҙгә оҡшай, ти Саяповтар.
Ғаилә бәхетенә күҙ теймәһен. Уңған, эш­һөйәр йәштәр ауылға ҡайтып сынъяһау итеп донъя ҡорорға ла, биш балаға атай менән әсәй булырға ла өлгөргән.
- 2009 йылда мөхәббәт емеше булып тәү­ге балабыҙ донъяға ауаз һалды. Самира исемле ҡыҙыбыҙ беҙҙе тәүге тапҡыр атай һәм әсәй итте, донъябыҙҙың йәме, ҡото булып, көндән-көн матур ҡыҙ булып үҫте. Беҙҙең тағы ла ата-әсә булыу теләге артты. Тормошобоҙҙо йәмләп икенсегә ҡыҙыбыҙ Риана тыуҙы. Мин үҙем һөйөклө әсәйемдең берҙән-бер ҡыҙы булғанға күрә, кейәүгә сыҡҡас, ғаиләм ишле буласаҡ, тип хыяллана инем. Күмәк балалы ғаиләлә балалар бер-береһенә ярҙам итеп, терәк булып үҫәләр. Әйткәндәй тормош иптәшем Марсель Асҡын районының Ишле-Ураҡай ауылында ишле ғаиләлә үҫкән, - ти йорт хужабикәһе.
Ғаиләлә бер-бер артлы тағы Камила, Рамина һәм Рамазан исемле балалар тыуа. Татыу ғаиләлә балалар тәүфиҡлы, итәғәтле, аҡыллы булып үҫәләр. Бөгөнгө көндә өлкән ҡыҙҙары Самира урындағы мәктәптең 11-се класын тамамлай. Тырыш, һәләтле ҡыҙ мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәй. Химия һәм башҡорт теленән олимпиадаларҙа ҡатнаша, спортта ла алдынғы була. Мәктәпте тамамлап, киләсәген медицина өлкәһе менән бәйләргә ниәтләй.
Риана Сахай мәктәбенең 9-сы класында белем ала. “Беренселәр хәрәкәте” хәрәкәте вәкиле. Күп тапҡырҙар “Беренселәр хәрәкәте” съезында ҡатнаша. Тәүге паспортын Өфө ҡалаһындағы “Берҙәм Рәсәй” штабында тантаналы шарттарҙа мәғариф министры Айбулат Хажин ҡулынан ала.
Ҡыҙҙары Камила ауыл мәктәбенең 4-се класында уҡыһа, Рамина 3-сө класта белем эстәй. Тырыш, төрлө ижади һәләткә эйә ҡыҙҙар сәнғәт мәктәбендә уҡыйҙар һәм бейеү менән шөғөлләнәләр. Район, респуб­лика кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурс­тарҙа призлы урындар яулайҙар.
Ғаиләнең бәхетен арттырып, улдары ты­уа. Иң бәләкәстәре, ғаилә төпсөгө Рамазанға биш ай. Ул ата-әсәһенең генә түгел, апайҙарының да яратҡан бәләкәстәре, өй йәме. Балалар бер-береһенә терәк, күҙ-ҡолаҡ булалар. Өлкәндәре әсәләренең уң ҡулы, ярҙамсылары. Ҡыҙҙар йорт эштәрен дә бергәләп башҡаралар, бер-береһен яҡ­лап-ҡурсалап ҡына йөрөйҙәр.
Саяповтар заман ығы-зығыһына ҡа­ра­ма­йынса, дәртләнеп донъяларын бө­тәй­тәләр, мал тоталар. Ғаилә башлығы “Газ­пром төбәк-ара газ Өфө” йәмғиәтендә эш­ләй. Альбина Олокүл ауылында “Тандер” магазинында директор булып эшләп, әлеге ваҡытта декрет ялында. Бөгөнгө көндә татыу ғаилә усағының ҡотон һаҡлау­сы бәхетле әсәй ул. Альбина аш-һыуға ла оҫта. Яҡындарын төрләндереп татлы-тәмле ризыҡтары менән һыйлай. Өй-тирәһе лә ялт итеп тора. Йәй көндәре ишек алдын шау сәскәгә күмә, йәшелсә-емешен дә күп­ләп үҫтерә. Уңған хужабикә ҡышҡылыҡҡа уларҙы ҡайната, тоҙлай, салаттар әҙерләй.
Республика күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә - демографик хәлде яҡшыр­тыу, балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыла. Ошо йәһәттән Саяповтар “Йәш ғаилә” дәүләт программаһында ҡатнаша. Был программа торлаҡ шарттарын яҡшыртырға һәм финанс ауырлыҡты кәметергә мөмкинлек биргән мөһим ярҙам. Бынан тыш йорт хужаһы мал үрсетеү хаҡында ла хыяллана һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә йүнәлтелгән программала ҡатнашып матди ярҙам ала.
– Тырышһаң, ауыл ерендә лә етеш тормошта йәшәргә мөмкин. Әлбиттә, һәр замандың үҙ ауырлығы була. Иң мөһиме – яҡшы, лайыҡлы йәшәргә ынтылырға кәрәк, – ти Саяповтар.
Ғаилә дәүләт ярҙамына бик ҡы­уанып, йәш ғаиләләргә субсидия алыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн район хакимиәте башлығына һәм Сахай ауыл Советы ауыл би­ләмәһе башлығына рәхмәт белдерә.
Саяповтар район кимәлендә, мәктәптә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә, сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Бергәләп тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә, сәйәхәт ҡылырға ла яраталар.
- Беҙҙең ғаиләлә йылы, дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырылған. Балаларҙы тәртипле, иманлы, белемле итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бәхет тигәнең бер ҡасан да күктән төшмәй, уны булдырырға һәм һаҡларға кәрәк. Тормош мәшәҡәттәренән арынып, бер-беребеҙҙең күңелен күреп, бәләкәй генә шатлыҡҡа ла һөйөнөп йәшәйбеҙ, - ти Альбина Хәниф ҡыҙы.
Альбина һәм Марсель ғаи­лә­һенә киләсәктә лә бергә, берҙәм булып, бер-береһенә терәк-таяныс булып бәхетле, имен тормош­та йәшәргә яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Автор:Фируза Рахматуллина 
Читайте нас