Даирә
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
19 Март , 12:47

Берҙәмлек байрамына әүерелде

Яңы Ҡыйышҡы ауылында “Айыҡ ауыл – 2026” республика конкурсы сиктәрендә “Райондың берҙәмлек фестивале: спорт, ижад, ҡаҙаныштар” тип аталған йомғаҡлау сараһы уҙҙы.

Берҙәмлек байрамына әүерелде
Берҙәмлек байрамына әүерелде

Гүзәл заттар өсөн ауыл мәктәбендә “Көслө ҡатын-ҡыҙ – көслө ил” тигән исем аҫтында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда районыбыҙҙың төрлө өлкәһендә уңышлы хеҙмәт иткән, иң көслө ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Уларҙың ҡайһы берҙәре бар ғүмерен халыҡ мәнфәғәтенә, ирекмәнлеккә бағышлаһа, кемдәрелер бар тормошон ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, балалар тәрбиәләүгә арнаған.

Сараның абруйлы ҡунағы – Иглин районы хакимиәте башлығы, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар Союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе Гүзәл Насирова үҙенең тормош юлы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү тәжрибәһе менән таныштырҙы.

Биш бала әсәһе Роза Кәримова лә үҙенең күп балалы әсәй булыу бәхете һәм үҙ балаларынан тыш тағы ла ете баланы тәрбиәлеккә алып үҫтереү тарихын бәйән итте. Шулай уҡ районыбыҙҙың бар ҡатын-ҡыҙҙарына яҡшы таныш булған табип-гинеколог Винерита Саяпова, Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Гөлнара Мырҙаҡаева, Яңы Ҡыйышҡы ирекмәндәре етәксеһе, МХО-ла тормош иптәшен юғалтҡан Регина Бикҡолова, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы Ғәлиә Бикбаевалар ҙа үҙҙәренең бормалы тормош юлдары хаҡында һөйләнеләр. Уларҙың һәр береһенең сығышы фәһемле ине. Мәҫәлән, Винерита Марс ҡыҙы һәр ҡатын-ҡыҙ даими рәүештә сәләмәтлеген тикшереп торорға тейешлегенә баҫым яһаны. Регина Бикҡолова менән Ғәлиә Бикбаева махсус хәрби операция биләмәһенә ирекмәнлек ярҙамы күрһәтеү кәрәклегенә өҫтөнлөк бирҙеләр. Роза Фән ҡыҙы иһә күп бала табыу һәм тәрбиәләү тәүҙә ауыр булһа ла, аҙаҡ уның ҡыуаныслы мәлдәренең сикһеҙ булыуы тәьҫораттары менән бүлеште. Ғөмүмән, түңәрәк өҫтәл артында йыйылышып, серләшеү бында ҡатнашыусыларға күңел йылылығы өҫтәне.

Ауыл мәҙәниәт йортонда ошо ваҡытта уҡыусылар өсөн “Яңы ҡараш” ижади уйыны гөрләне. Был майҙансыҡ районыбыҙҙың иң һәләтле, заманса ҡарашлы уҡыусыларына төрлө һынауҙар үтергә, үҙҙәренең төрлө яҡлы таланттарын күрһәтергә мөмкинлек бирҙе.

Оло йәштәгеләр өсөн ойошторолған “Әүҙем оҙон ғүмерлелек” майҙансығында дөрөҫ туҡланыу тураһында әңгәмәләштеләр. Бында табип-педиатр Зилә Исмәғилева сығыш яһаны.

Мәҙәниәт йортоноң ҙур залында ата-әсәләр өсөн Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина “Аңлы ата-әсәлек” темаһы буйынса фәһемле һөйләшеү алып барҙы.

Ә был мәлдә спорт залында Яңы Ҡыйышҡы, Үтәгән ауылы һәм райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандарының волейбол буйынса турниры ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Көсөргәнешле ярыштың һөҙөмтәләре буйынса Үтәгән ауылы командаһы еңеү яуланы. Ветерандар 2-се урынға сыҡһа, Яңы Ҡыйышҡы командаһы 3-сө урын алды.

Мәҙәниәт йортоноң фойеһында ла эш ҡайнай ине. Бында юридик һәм социаль өлкә белгестәре халыҡтың төрлө һорауҙарына яуап бирҙе. Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы, Прибельский ауылының Балалар ижады үҙәге һәм Үтәгән ауылы мәктәбе әҙерләгән күргәҙмәләр ҙә сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте.

Төрлө быуын вәкилдәрен, төрлө милләт халҡын бер урынға туплаған, берләштергән һәм ысын мәғәнәһендә берҙәмлек байрамына әүерелгән сара “Еңеүгә бергә” тигән тантана менән тамамланды.

Район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ошондай ҙур масштаблы проект өҫтөндә әүҙем эшләүсе яҡташтарының барыһына ла оло рәхмәтен белдереп, Һарт-Шишмә ауылының активистарын Рәхмәт хаттары менән бүләкләгәс, ҡунаҡтарға бай концерт программаһы тәҡдим ителде.

- Сарабыҙҙы йәмләгән мәртәбәле ҡунаҡтарға, барлыҡ яҡташтарыма һәм финанс ярҙамы күрһәткән бағыусыларға оло рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә шулай бергә һәм берҙәм булайыҡ! Бөгөнгө йомғаҡлау сараһы – ул бары тик барлыҡ эштәргә йомғаҡ яһау ғына. Хәҙер беҙҙең Һарт-Шишмә ауылы “Айыҡ ауыл” исемен йөрөтә. Шуға күрә халҡыбыҙ һаулығын һәм именлеген нығытыу йүнәлеше буйынса артабан да эштәр алып барасаҡбыҙ, сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итәсәкбеҙ, - ти Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова барлыҡ яҡташтарына сикһеҙ рәхмәттәрен белдереп.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Берҙәмлек байрамына әүерелде
Берҙәмлек байрамына әүерелде
Берҙәмлек байрамына әүерелде
Берҙәмлек байрамына әүерелде
Берҙәмлек байрамына әүерелде
Берҙәмлек байрамына әүерелде
Берҙәмлек байрамына әүерелде
Берҙәмлек байрамына әүерелде
Автор: Розалия Назарова
Читайте нас