Районыбыҙҙың “Йосопов” коммуналь хужалығында эшһөйәр, намыҫ менән хеҙмәт иткән хеҙмәткәрҙәр күп. Халыҡ мәнфәғәте өсөн тоғро хеҙмәт итеүселәрҙең береһе – Вячеслав Горшков. Ул бында тиҫтә йыллап водитель һәм тракторсы булып эшләй.
- Яуаплы, эшһөйәр, универсал, ҡасан саҡырһаң да, бер ваҡытта ла баш тартмай, тәүлектең төрлө ваҡытында эшкә килеп етә, - ти етәкселәр уның хаҡында.
Вячеслав Горшков Константиновка мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, Ляхов һөнәрселек училищеһында тракторсы-водитель һөнәрен ала. Артабан армияла Силәбе өлкәһендә водитель була. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәгәндәндән һуң Ҡарлыман совхозында эшләй. Совхоз бөткәс, Сельхозхимияла, Татарстанда, Өфөлә һөнәре буйынса хеҙмәт итә. Һәм бына байтаҡ йылдар ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән коммуналь хеҙмәт күрһәтеү хужалығында көс түгә.
- Йәйҙәрен ПГС, бут ташыһам, ҡышын район үҙәгенең урамдарын ҡарҙан таҙартам. Эш араһында техникаларҙы ремонтлайым. Эшем бик оҡшай. Аҡса эшләү өсөн алыҫҡа ла йөрөргә түгел. Форсаттан файҙаланып, коллективыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Яуаплы эшебеҙҙә уңыштар, районыбыҙ хаҡына артабан да фиҙаҡәр хеҙмәт теләйем, - ти ул.
Ғаиләһенән дә уңған, ҡатыны Людмила Михайловна менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Хәҙер ике балаға ҡартатай ул. Яңыраҡ ҡына 55 йәшлек юбилейын билдәләгән Вячеслав Алексеевич – ҡыйыу яугирҙең атаһы ла. Уның улы контракт буйынса өсөнсө йыл инде махсус хәрби зонала хәрби бурысын үтәй.
Район мәнфәғәтенә намыҫ менән хеҙмәт иткән, ҡурҡыу белмәҫ ул үҫтергән Вячеслав Горшковҡа эшендә уңыштар, ғаилә бәхете, улының һәм барса яугирҙәрҙең донъялар тынысланып, иҫән-имен ҡайтыуҙарын
теләйбеҙ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Автор фотоһы.