Даирә
+27 °С
Облачно
Ауыл уңғандары
10 Октября 2025, 05:26

Көндәре – бәхетле, киләсәге өмөтлө уның

Халыҡ телендә: “Һәр эштең артында ҡатын-ҡыҙ тора. Ул уң ҡулы менән – бишек, һул ҡулы менән бөтә донъяны тибрәтә” тигән һүҙҙәр бөгөнгө көндә бигерәк тә актуаль яңғырай. Гүзәл заттар бала тәрбиәләү, ғаилә мәшәҡәттәренән тыш, тормош йөгөн дә үҙенең нәфис иңенә ауҙара. Өҫтәүенә, улар эш урындарында ла үҙҙәрен оҫта белгестәр итеп таныта. Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе Нурия Бикҡолова ла шундай уңған һәм булған ҡатындарҙың береһе.

Көндәре – бәхетле, киләсәге өмөтлө уныңКөндәре – бәхетле, киләсәге өмөтлө уның
Көндәре – бәхетле, киләсәге өмөтлө уның

Ауырғазы районының хозур тәби­ғәт ҡосағында урынлашҡан Атйетәр ауы­лын­да күп балалы ғаиләлә һигеҙенсе сабый булып тыуып, ауыл урамдарының йәшел үләнендә яланаяҡ йүгереп, шифалы шишмә һыуҙарын эсеп үҫә ҡыҙ.
Атаһы Барый Мирсаяф улы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән беренселәрҙән булып фронтҡа китә һәм 1943 йылда ҡаты яраланып, тыуған яғына күк­рәк тулы орден-миҙалдар менән ҡайта. Ҡайтҡас, колхоз рәйесе, район ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе, сельпо рә­йе­се, ырҙын табағы мөдире вазифаларын башҡара. “Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны” тигән исемдәргә эйә. Әсәһе Бибинур Миң­леғәлим ҡыҙы башта сөгөлдөр үҫтерә, унан һуң пенсияға сыҡҡансы колхоз баҡсаһында эшләй.
- Колхозда, үҙегеҙ беләһегеҙ, эш ваҡыты сикләнмәгән, атай-әсәй иртә таңдан кискә тиклем эштә булдылар, шуға уларҙы көнө буйы тиерлек күрмәй инек. Өй йыйыштырыу, ашарға бешереү, кер йыуыу, мал ҡарау, 40 сутый ырҙын утау кеүек мәшәҡәттәр беҙҙең өҫтә булды. Әленән-әле әсәй янына баҡсаға йәшелсә-емеш йыйышырға ла бара инек. Мал-тыуар, ҡош-ҡортто ла күпләп аҫранылар. Атай-әсәй ғәйәт сабыр һәм уңған кешеләр ине, тырышып донъя көттөләр. Беҙгә яҡшы тәрбиә бирҙеләр, эшкә өйрәтеп үҫтерҙеләр. Әсәйем – 100 йәшкә тик­лем йәшәне, атайым 87 йәшендә вафат булды, - ти Нурия Барый ҡыҙы.
Ауылда үҫкәнлектән, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә уның. 7-се класта уҡы­ғанда уҡ ҡулына салғы алып, бесәнен дә саба, хатта “матай”ҙы, тракторҙы ла “эйәр­ләй”, инде үҫеп еткәс, машинаға ла ултыра.
Атйетәр ауылындағы Батыр урта мәктәбен тик “4”, “5” билдәләренә генә та­мам­лаған ҡыҙ әхирәте менән Бөрө ҡалаһындағы фармацевт училищеһына до­кументтарын тапшыра. Унда тырышып уҡып, уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм Ауырғазы районының Талбазы ауылындағы 30-сы һанлы дарыуханаһына эшкә ҡайта. Күп тә үтмәй, эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған ҡыҙҙы Шланлы ауылына мөдир итеп ҡуялар.
Ләкин ҡыҙ тормошонда ҙур боролош яһай – 1983 йылда ауыл хужалығы институтын яңы бөтөрөп ҡайтҡан Ғүмәр ауылынан Мөбәрәкйән исемле егеткә кейәүгә сығып, Куезбаш ауылында йәшәй башлайҙар. Тормош иптәше колхозда баш энергетик булып эшкә урынлаша. Элекке Салауат исемендәге колхоз рәйе­се Хәтмулла Бикҡолов Мөбәрәкйән Рәхим­йән улының һәләтен һәм тырышлығын күреп, Ҡырмыҫҡалы районына эшкә саҡыра. 1985 йылда йәш ғаилә беҙҙең яҡтарға килеп төпләнә.
- Беҙ йәш инек, тәжрибәбеҙ ҙә булма­ғандыр, ул ваҡытта Хәтмулла ағай һәм уның ҡатыны Нәжибә апай Бикҡоловтар беҙгә күп ярҙам иттеләр. Уларға беҙ бик рәхмәтлебеҙ, - ти Нурия Барый ҡыҙы, ул осорҙо иҫкә төшөрөп.
Мөбәрәкйән Рәхимйән улын “Сельхозэнерго”ға энергетик итеп, ә Нурия Барый ҡыҙын 66-сы һанлы үҙәк дауаханаға фармацевт итеп эшкә алалар.
- Дөрөҫөн генә әйткәндә, эшкә килгән беренсе мәлдәрҙә юғалып ҡалдым. Бында нишләрмен, күңелһеҙ булыр тигән уйҙар башҡа килде. Тик бик яңылышҡанмын. Дарыуханала эшләү миңә бик оҡшаны. Коллектив та бик татыу ине, - ти ә­ңгәмәләшеүсем.
Бер нисә йылдан Нурия Барый ҡыҙы ра­йон үҙәгендәге һөт заводына эшкә урынлаша һәм 10 йыл лаборатория мөдире вазифаһын башҡара.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош гел матур, шыма ғына бармай икән шул. Оҙаҡҡа һуҙылған ауырыуҙан һуң тормош иптәше Мөбәрәкйән Рәхимйән улы фани донъянан китеп бара. Өҫтәүенә, “Алатау” йәмғиәтендәге һөт заводын Өфөгә ҡушалар. Ә ғаиләлә улдары Динар һәм ҡыҙҙары Әлиә үҫеп килә. Уларҙы үҫтереп, уҡытырға күпме көс кәрәк. Шул ваҡытта Нурияны “Фармленд” йәмғиәтенә эшкә саҡыралар.
- Ғибәҙуллина Линара Флүр ҡыҙы һәм Нестерова Роза Фәнил ҡыҙы миңә ярҙам ҡулы һуҙҙылар, бөтә эшкә өйрәттеләр. Мин унда 1995 йылға тиклем эшләнем. Мин үҙемде бик бәхетле һанайым. Аллаға шөкөр, балаларым аҡыллы, итәғәтле һәм тәртипле булып үҫтеләр. Уларҙы кеше итеү өсөн барлыҡ тырышлығымды һалдым – күпләп мал аҫраным, ҙур баҡса үҫтереп, икеһенә лә юғары белем алырға ярҙам иттем. Ауыр ваҡыттарҙа туғандарымдың ярҙамы ла ҙур булды. Апай-ағайҙарым менән үҫкәндә лә берҙәм булдыҡ, әле лә улар менән аралашып, ҡулдан килгәнсә бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ.
Балаларым тормошта үҙ юлдарын табып, ғаилә ҡороп йәшәйҙәр. Динар улым атаһы юлынан китеп, бөгөнгө көндә “Теп­лосеть” йәмғиәтендә баш энергетик булып эшләй. Ҡатыны Ләйсән менән алты йәшлек Кәрим исемле ул үҫтерәләр. Ҡыҙым Әлиә тормош иптәше Асҡар менән Өфө ҡалаһында суд системаһында эшләйҙәр, Самира исемле ҡыҙҙары үҫеп килә.
Үҙемә килгәндә, бында миңә бик оҡшай. “Фармленд” йәмғиәтенең филиал директоры Солтанғәлиева Лена Мәғәсүм ҡыҙы ҡулы аҫтында күңел биреп эшләйем.
- Фармацевт асыҡ күңелле, аралашыу­сан, кешеләрҙең хәленә керә белергә, уларға ҡарата иғтибарлы булырға тейеш, сөнки һин дарыуханаға килгән клиенттар менән туранан-тура аралашаһың, һәр кемгә иғтибар итергә, кәңәш бирергә тейешһең, был бигерәк тә аралашыуға мохтаж әбей-бабайҙарыбыҙға ҡағыла, - ти ул, һүҙен тамамлап.
Кешене ғәҙәттә башҡарған хеҙмәте­нә ҡарап баһалайҙар. Йәшләй һайлаған һөнәренең бөтә нескәлектәрен белгән, эшенән йәм табып, еренә еткереп башҡарған Нурия Барый ҡыҙы күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары ме­нән бүләкләнә, һөнәри оҫталығы, тә­рән белеме, клиенттарға иғтибарлы мө­нәсәбәте, һөнәренә тоғролоғо өсөн “Ат­ҡаҙанған хеҙмәткәр” исеменә лайыҡ була.
Эйе, тормош юлында һикәлтәле юлдар, көтөлмәгән боролоштар, сабырлыҡ кәсәләренең мөлдөрәмә тулған саҡтары ла булғандыр. Әммә зирәк аҡыллы, маҡсатсан ҡатын һәммәһенә түҙә. Кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белеүе, асыҡ күңелле булыуы ла уға тормошта йәшәргә ярҙам итә.
Киләсәктә лә Нурия Барый ҡыҙына иҫәнлек-һаулыҡ һәм шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Венера Ғафарова.
Фото ғаилә архивынан алынды.

Автор:
Читайте нас