Даирә
+27 °С
Облачно
Ауыл уңғандары
11 Сентября 2025, 05:42

Йәм биреп башҡорт еренә, йәшәһен башҡорт аты!

Баймаҡ районының йәмле Граф күле буйында уҙғарылған IV Халыҡ-ара “Башҡорт аты” фестиваленә Рәсәйҙең 12 төбәгенән вәкилдәр һәм 17 сит илдән ҡунаҡтар йыйылды. Көслө ел-дауыллы көн дә был мәртәбәле сараны үткәреүгә ҡаршы тора алманы.

Йәм биреп башҡорт еренә, йәшәһен башҡорт аты!Йәм биреп башҡорт еренә, йәшәһен башҡорт аты!
Йәм биреп башҡорт еренә, йәшәһен башҡорт аты!

Былтыр уҙғарылған “Башҡорт аты” байрамын ҡарарға 11,5 мең кеше килһә, быйыл был һан икеләтә артты һәм 21 меңдән ашып китте. Фестивалдә 435 ат ҡатнашты. Быйылғы “Башҡорт аты”нда миңә лә булырға форсат тейеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. Был масштаблы байрамды бер ниндәй һүҙҙәр менән дә тасуирлап булмайҙыр ул, үҙеңә барып күрергә кәрәк. Йыраҡтан, тау башынан төшөп килгән ат парады үҙе генә ни тора!

- Үҙ тарихын ҡәҙерләгән һәм республикабыҙҙың мөһим символдарының береһе булған башҡорт атына битараф булмағандар сираттағы байрамға йыйылды. Башҡорт аты – республикабыҙҙың мөһим символдарының береһе. Күп быуаттар буйына башҡорттарҙың юлдашы булған атҡа беҙ оло хөрмәт менән ҡарайбыҙ һәм уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ халыҡтары өсөн тиерлек ат ысынлап та походта ла, һуғышта ла, тормошта ла юлдаш булған. Бигерәк тә был башҡорт халҡы тормошонда сағылды. Ат – хәҙерге Башҡортостан иҡтисадының ҙур өлөшө, ул бөгөнгө көндә лә махсус хәрби операцияла илебеҙҙе һаҡлаусы яугирҙәребеҙгә ярҙам итә. “Башҡорт аты” атамаһын ҡулланыу хоҡуғына патент алдыҡ һәм башҡорт тоҡомло атты яҡлап сыҡтыҡ. Бөгөн уның геномын өйрәнеүгә старт бирҙек. Йылдан-йыл башҡорт атын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирәсәкбеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт аты геномы” фәнни-ағартыу проектына старт биргәндән һуң.

“Башҡорт аты” фестивалендә бик күп төрлө уйындар, ярыштар уҙғарылды. Ат ярыштарында беҙҙең райондан Рәфис Ғафаров, Илшат Хәмиҙуллин һәм Айрат Ниғмәтуллиндар үҙҙәренең саптарҙары менән ҡатнашты. Шулай уҡ бында “Ирәндек мәргәне” республика турниры шаулап үтте. Һыбай уҡ атыу бәйгеһендә ҡатншыусы райондаштарыбыҙ Асҡар Ишбирҙин менән Рауил Фәйзуллиндар лайыҡлы рәүештә еңеүҙәр яуланылар.

- Һыбай уҡ атыу буйынса ике маршрут ойошторолдо. Беҙ унда үҙебеҙ алып барған атта ярыштыҡ. Башҡа сығыш яһаусылар ҙа беҙҙән ат алып торҙолар. “Төньяҡ амурҙары” маршрутында мин 2-се урынға сыҡтым. “Ҡабаҡ” маршрутында Рауил менән икебеҙ бер иш мәрәйҙәр йыйҙыҡ. Уға 1-се урынды биреп, үҙем 2-сегә күстем. “Башҡорт аты” фестиваленән рухланып, сәмләнеп ҡайттыҡ, тик уҡ атыусылар ярышын ойоштороу кимәле оҡшап етмәне, шуныһы ғына бер аҙ күңелде ҡырҙы. Шулай уҡ көслө ел дә уҡ атыусылар өсөн ҙур һынау булып торҙо, - ти Асҡар Рәсүл улы “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнашыуҙары тураһында.

Фестиваль сиктәрендә башҡорт аты гимнының еңеүсеһе билдәләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала фестивалдең төп йырына конкурс иғлан ителгәйне. Был конкурста яҡташыбыҙ, талантлы шағирә Фирүзә Абдуллинаның һүҙҙәренә композитор Рәмил Туйсин яҙған “Йәшәһен башҡорт аты!” йыры еңеп сығыуы беҙҙең өсөн икеләтә ҡыуаныс. Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы үҙе лә “Башҡорт аты” фестиваленә шаһит булды һәм үҙенең фекерҙәре, тәьҫораттары менән бүлеште:

- Тәүге тапҡыр ғына барһам да, “Башҡорт аты” фестиваленең ҙур масштаблы сара икәнен күптән төҫмөрләй инем. Унда ни тиклем күп халыҡ йыйылғанын күргәс, аптырап киттем. Иҫ киткес ҙур тамаша! Күп илдәрҙән йыйылған 500-ләгән һыбайлы аттар парадын ҡарап, иҫтәрең китер. Евразиянан ғына түгел, хатта, Африканан да килгәндәр. Төрлө костюмдарҙа, төрлө талант эйәләре, бигерәк тә, Түбәнге Новгород ҡалаһынан килгән һыбайлылар күрһәткән шоу ныҡ оҡшаны. Йәш кенә ҡыҙҙар һәм егеттәр аттарҙа ниндәй генә трюктар яһамайҙар!

Үҙебеҙҙең Иҫке Бәпес ауылынан барған егеттәр ҙә үҙҙәрен яҡшы итеп күрһәтеп, юғары урындар яулап алып ҡайттылар.

Фестивалгә барыуымдың төп сәбәбе – “Башҡорт аты”на йыр конкурсында еңеп сыҡҡан, минең һүҙҙәргә яҙылған “Йәшәһен башҡорт аты!” йырының гимн булып яңғырауын ишетеү ине. Сәхнәнән нисек ишетелер һәм юғары кимәлдәге сарала нисек башҡарыуҙарын ишеткем һәм күргем килде. Ә инде ошо гимндың аттар парады үткән ваҡытта башҡарылыуы бигерәк тә күңелемә ныҡ уйылып ҡалды, күҙҙәрҙән йәштәр атылып сыҡты, йөрәгем дарһылдап тибә башланы. Был бик мәғрур, мөһабәт күренеш ине! Конкурсты иғлан итеүсе Илнур Биктимеров йүгән дә тапшырғас, үҙем атҡа атланғандай булдым.

“Башҡорт аты” йыр конкурсында 200-ләгән автор ҡатнашты. Уларҙың бүләкһеҙ, баһаһыҙ тороп ҡалыуы дөрөҫ түгел, тип уйлайым. Бәлки, ваҡыты килеп етмәгәндер әлегә, бәлки ул йырҙар берәй ҡасан килеп сығыр, айырым концерт итеп ҡуйылыр, тигән өмөттә ҡалам. Һәр ҡатнашыусы үҙенә ғәҙел баһа алыр, тип ышанам. Минең һүҙҙәргә Рәмил Туйсин яҙған “Йәшәһен башҡорт аты!” йыры киләсәктә ошо “Башҡорт аты” фестиваленең гимны булып ҡаласаҡ. Был, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғолары уята һәм күңелде шатлыҡ хистәре биләй. Бик дәртле һәм күп төрлө ат сабыштары уҙҙы, киң ялан гөрләп торҙо. Уларҙың һәр береһен ҡарап та өлгөрөп булманы. Еңеүселәр ҙур бүләктәргә эйә булды. Ә төп еңеүсе автомобиль менән бүләкләнде. Милләттәштәрем өсөн ныҡ ғорурландым. “Башҡорт аты”на рәхмәт! Күтәренке рухта, яҡшы кәйефтә әйләнеп ҡайттыҡ. Гимнды Рәмил Туйсин етәкләгән “Атайсал” төркөмө башҡарҙы. Уның составында Мирас Үҙәнбаев, Айгиз Хашимов һәм Юнир Һағынбаев.

Баймаҡ районында уҙған байрамда күп яҡташтарым менән осраштым. Улар араһында Үтәгән ауылы старостаһы Дилара Хоҙайғолова ла бар ине. Уның менән дә һөйләштем һәм фестивалдән ниндәй уй-фекерҙәр менән ҡайтҡанын белештем.

- “Башҡорт аты” фестиваленә барыуымдың сәбәптәре байтаҡ ине. Беренсенән, бер ҡасан да күрмәгән Баймаҡ районын күреп ҡайтыу хыялы. Икенсенән, Әбйәлил районында йәшәүсе дуҫтарыбыҙҙың саҡырыуы. Ә өсөнсөнән инде, йыл да ауылыбыҙҙа уҙғарыла килгән “Ҡабаҡфест” йәки яңыса “Үтәгән уйындары” фестиваленә яңы идеялар алып ҡайтыу теләге. Ҡайҙа ғына барһам да, үҙебеҙҙең ҡабаҡ байрамына ниндәйҙер яңылыҡ алып ҡайтырға тырышам. Төрлө үҙгәрештәр индереп, уны йылдан-йыл яҡшыраҡ үткәрергә, байытырға уйлайым. Бигерәк тә, халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған байрамдар нисек үтеүен күрге килде. “Башҡорт аты” фестивале бар яҡлап уйланылған. Әлбиттә, майҙан ҙур, һәр ярышты ҡарарға өлгөрөп тә булманы. Башҡорт атының геномы өйрәнелә башлай тигәнде ишетеү, үтә лә ҡыуандырҙы. Шулай уҡ уҡ атыусы апайҙарға иҫем китте. Бигерәк оҫталар. Уларҙың күбеһенең хаҡлы ялда булыуы тағы бер аптыратты. Үҙебеҙҙең районда йәшәгән апай-ағайҙарҙы йыйып, ошондай түңәрәктәр ойошторолһа, һәйбәт булыр ине, тип уйлап та ҡуйҙым. Байрамдағы һәр кешенең тиерлек тик башҡортса ғына һөйләшеүе һоҡландырҙы. Ошо тиклем башҡорттоң бер урынға йыйылыуын тәүгә күрҙем һәм рухланып ҡайттым. Әйткәндәй, беҙҙең Үтәгәндә үткән ҡабаҡ байрамын да кешеләр көтөп ала. Ҡасан була тағы, тип шылтыратып һорайҙар. Беҙҙән алып ҡайтҡан ҡабаҡ менән дауаланғандары, бер ниндәй дарыуһыҙ холестериндарын төшөрөүҙәре тураһында һөйләйҙәр. Байрамдан алып ҡайтҡан ҡабаҡ орлоғонан үҙҙәре үҫтергән эре-эре ҡабаҡтары менән ғорурланалар. Шулай уҡ беҙҙән алып ҡайтҡан ҡабаҡ ҡайнатмаһын тағы һорайҙар. Берәй ваҡыт беҙ ҙә фәнни кимәлгә сыҡмаҫбыҙмы икән, тип уйлап ҡуям шуға ла. Бәлки Үтәгән ҡабағының да кешенең организмына нисек тәьҫир итеүен өйрәнергә ваҡыттыр? Беҙҙең ҡабаҡ темаһын да үҫтерергә кәрәктер тигән фекерҙәмен, - тине ул.

Ысынлап та, “Башҡорт аты” һәр беребеҙҙе рухландырҙы, артабан эшләүгә дәрт һәм илһам бирҙе. Ышанмаһағыҙ, киләһе йылда үҙегеҙ ҙә барып күреп ҡайтығыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

 

Йәшәһен башҡорт аты!

Фирүзә Абдуллина һүҙҙәре

Рәмил Туйсин көйө

 

Атһыҙ йәшәмәгән башҡорт,

Ат – башҡорттоң ҡанаты.

Ҡанатландырып халҡымды,

Йәшәһен башҡорт аты.

Ҡанатландырып халҡымды,

Йәшәһен башҡорт аты!

 

Ҡушымта:

Тоғро дуҫы, йәндәш булһа,

Ир-егеттәр ҡанатлы.

Илде данлап, ерҙе йәмләп,

Йәшәһен башҡорт аты.

Һа-а-ай, һай, һай, һай, һай, һай,

Йәшәһен башҡорт аты!

 

Ат яратмаҫ башҡорт булмаҫ,

Ат йәнле башҡорт халҡы.

Йәм биреп башҡорт еренә,

Йәшәһен башҡорт аты.

Йәм биреп башҡорт еренә,

Йәшәһен башҡорт аты!

 

Атлы башҡорт – затлы башҡорт,

Ат яратыр ир заты.

Терәк булып, кәрәк булып,

Йәшәһен башҡорт аты.

Терәк булып, кәрәк булып,

Йәшәһен башҡорт аты!

Йәм биреп башҡорт еренә, йәшәһен башҡорт аты!
Йәм биреп башҡорт еренә, йәшәһен башҡорт аты!
Йәм биреп башҡорт еренә, йәшәһен башҡорт аты!
Автор:
Читайте нас