Даирә
+27 °С
Облачно
Ауыл уңғандары
4 Сентября 2025, 04:03

Үҙ һөнәренең оҫтаһы

Иҡтисад белгесе, яңылыҡтар индереүсе һәм ғаилә йолаларын һаҡлаусы Лилиә Ғәйнетдинова Ҡырмыҫҡалы ауылында донъяға килгән. Район үҙәгендәге 1-се мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, ауыл хужалығы университетының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Юғары белем алған йәш белгес тыуған ауылына әйләнеп ҡайтып, район хакимиәтенең финанс бүлегенә эшкә урынлаша.

Үҙ һөнәренең оҫтаһыҮҙ һөнәренең оҫтаһы
Үҙ һөнәренең оҫтаһы

Лилиә Мөхәмәтулла ҡыҙының был һөнәрҙе һайлауы осраҡлы түгел, атаһы Мөхәмәтулла Кәшфулла улы Вәлиев оҙаҡ йылдар райондың төҙөлөш ойошмаларында баш бухгалтер, һуңынан ауыл хужалығы идаралығының ревизоры булып эшләй. «Ҡырмыҫҡалы» инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһында директор булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әсәһе Светлана Рөстәм ҡыҙы 34 йыл буйына райондың финанс идаралығында баш бухгалтер вазифаһын биләй. Финанс хеҙмәткәрҙәренең династияһын Лилиәнең бер туған һеңлеһе Илмира Биктимерова ла дауам итә, ул райондың мәғариф учреждениеһының үҙәкләштерелгән бухгалтерияһында бухгалтер булып эшләй. Ире Илшат Фәһит улы менән Камила һәм Алина исемле ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр.
Лилиә Ғәйнетдинова финанс идаралығында 2005 йылдан бирле бюджет инспекцияһының баш иҫәпсеһе булып егерме йылдан ашыу эшләй.
Был йылдар эсендә ул үҙен юғары квалификациялы, инициативалы һәм үҙ эшен яҡшы белгән белгес итеп танытты. Уның теүәл фәндәр һәм һандар менән эшләргә яратыуы бала сағынан уҡ килә. Мәктәптә уҡығанда уҡ математика, алгебра һәм геометрия фәндәрен ярата. Әммә иң төп илһам сығанағы булып финанстар донъяһына юл күрһәтеүсе әсәһе була. Кескәй Лилиә мәктәптән һуң әсәһе эргәһенә килеп, уның эшләгәнен ҡарап торорға ярата. Уның эше бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы булып тойола уға. Шуға ла ул буласаҡ һөнәрен бөтә күңеле менән һайлай. Әле лә ул: «Мин үҙемдең профессиямды бик яратам!», - тип ҙур ихласлыҡ һәм йылылыҡ менән әйтә. Лилия Ғәйнетдинова тәрән профессиональ белемгә, юғары яуаплылыҡҡа эйә. Ул бер ҡасан да яуаплылыҡтан ҡасмай, ҡабул иткән ҡарарҙарының һөҙөмтәһен аңлай һәм даими рәүештә профессиональ үҫешкә ынтыла.
Лилиә Мөхәмәтулла ҡыҙы — 2018 йылдан алып граждандар өсөн бюджетты күрһәтеү буйынса федераль һәм төбәк конкурстарының еңеүсеһе һәм Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә рәсәй конференцияларының актив ҡатнашыусыһы. Халыҡтың финанс грамоталылығын күтәреү буйынса уның эше айырым иғтибарға лайыҡ. Лилиә мәктәп уҡыусылары менән дә аҡса белеме буйынса асыҡ дәрестәр үткәрә, финанс белемде күтәреүгә күп көс һала.
Уның был мөһим эше 2025 йылда РФ Финанс министрлығының Фәнни-тикшеренеү институты тарафынан Рәхмәт хаты менән билдәләнә. Күп йыллыҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Лилиә Мөхәмәтулла ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының Маҡтау грамотаһы менән дә бүләкләнә.
- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Емешле хеҙмәт, профессиональ уңыштар һәм ҡаҙаныштар, финанс эшмәкәрлектә тотороҡлолоҡ һәм яңа офоҡтар теләйем. Сәләмәтлек, бәхет, бөтмәҫ көс-ҡеүәт, тыныслыҡ һәм именлек теләйем.
Светлана Карпова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас