

Быйыл помидор ниндәйҙер сиргә биреште, ҡарая башланы. Шуға һатып алып булһа ла, кетчуп эшләргә йөрөйөм, тип ҡаршы алды ул беҙҙе.
- Уның ҡарауы сейә бик күп булды. Сейәнән 120-ләп банка компот яптым. Был көндәрҙә ҡыярҙар тоҙлау менән мәш килдем. Улар барыһы ла ашалып бөтә, күрше-күләнгә, туғандарға, дуҫтарға ла күстәнәскә бирергә бик уңайлы, - ти егәрле ҡатын.
Земфира Рәхмәтулла ҡыҙы бик мул ҡуллы һәм йомарт хужабикә. Ул ҡыяр, помидор, кишер, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ, бәрәңге үҫтереүҙән тыш, күпләп ҡош-ҡорт аҫрарға ла ярата. Быйыл ғына 82 бройлер, 27 өйрәк, 37 ҡаҙ бәпкәһе үҫтергән, ҡырҡлап тауыҡ аҫрай. Үҙҙәренән артҡан бройлерҙарын, ҡаҙҙарын, ояһы менән тауыҡ себештәрен, йомортҡа һатып та аҡса эшләй. Уның үҙ клиенттары ла бар.
- Мин һәр нимәнең күп, мул булғанын яратам, шуға ла нимә эшләһәм дә күпләп эшләйем, ҡош-ҡортто ла күпләп аҫрайым.
Ә аҡса эшләү оҫталығы әсәйемдән киләлер, моғайын. Ул да беҙҙе бала саҡта еләк-емеш һатып, кейендерә торғайны. Уға эшкә өйрәтеп үҫтергәне өсөн рәхмәтлемен, - ти Земфира Хөсәйенова.
Хужабикә Ҡырмыҫҡалыға йөрөп, бер нисә урында йыйыштырыусы булып эшләһә, йорт хужаһы Ильяс Илтүзәр улы Радик Әғзәмовтың тимерлегендә тимерсе булып хеҙмәт итә. Икеһе лә йөрөп эшләүгә ҡарамаҫтан, донъяларын сынъяһау итеп көтөргә лә өлгөрәләр. Үҙ ҡулдары менән ҙур, зауыҡлы йорт һалып ингәндәр, йорт ҡаралтылары төҙөк, матур.
Өс бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Альбина Өфөлә миграция хеҙмәтендә, улдары Нияз Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлап, “Уфанет” йәмғиәтендә эшләп йөрөй. Кескәйҙәре Илназ етенсегә уҡырға бара.
- Балаларымды ла эшкә өйрәтеп үҫтерәм, улар һәр эштә минең ярҙамсыларым. Эш юҡ, тигән кешегә аптырайым, теләк булһа, һәр ваҡыт эш табырға була.
Бер ҡасан да ҡайҙандыр көтөп ултырманыҡ, гел үҙ көсөбөҙ менән донъя көттөк, - тип уртаҡлаша Земфира Рәхмәтулла ҡыҙы.
Хөсәйеновтар кеүек тырышып донъя көткәндәргә һоҡланырға ғына ҡала. Һәр кемдең көҙгө байлыҡтан табындары мул һәм бәрәкәтле, донъялар тыныс булһын!
Ынйы Бикҡужина.
Автор фотоһы.