

Үҙ эшенең оҫталары
Хәлиҙә Фәнил ҡыҙы ХӘСӘНОВА Олокүл почта бүлексәһендә 28 йыл эшләй. Ҡустығол һәм Покровка ауылдары халҡын матбуғат баҫмалары менән ваҡытында тәьмин итә. Ул үҙ бурыстарын шул тиклем ныҡ яратып башҡара. Әллә күпме километр юлдарҙы йәйәү үтһә лә, бер ҡасан да яратҡан эшенә зарланмай.
- Ҡустығолдан трассаға тиклем йәйәүләп, Олокүлгә тиклем юлда осраған машиналарға ултырып йөрөргә тура килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан 1997 йылдан алып тоғро хеҙмәт итәм. Йәйәү йөрөү файҙалы тигән фекерҙәмен, шуға эшемдең был яғына бер ҙә генә зарланмайым. План ҡуйып, төрлө тауар һатырға ҡушыуҙары ғына бәкәлгә һуға. Халыҡ үҙенә кәрәк булған нимәне магазиндан һатып ала, шуға беҙҙекен алып та бармайҙар. Планды үтәйем тип, көсләп һатыуы ла уңайһыҙ. Шулай уҡ гәзит-журналдар менән бергә был тауарҙы күтәреп йөрөүе ҡыйынға тура килә. Шуға күрә күптәр почтальон эшенә килергә ашҡынып бармайҙар, - ти үҙ эшенең оҫтаһы.
Фәһимә Фәтҡулла ҡыҙы ХӘЛИТОВА 2011 йылдан алып Иҫке Бәпес почта бүлексәһен етәкләй.
- Башҡа тармаҡтарҙағы кеүек үк, почта хеҙмәткәрҙәренең дә эше йылдан-йыл ҡатмарлаша бара. Шуға ҡарамаҫтан, был өлкәлә үҙ эшен яратып башҡарыусыларҙың байтаҡ булыуы ҡыуандыра. Беҙҙең бүлексәлә Рәйсә һәм Эльвира Хәлитовалар оҙаҡ йылдар үҙ хеҙмәтен намыҫлы башҡара. Эшебеҙҙә иң мөһиме – ауылдаштар менән аралашыу, уларға һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыу һәм ихлас хәстәрлек күреү. Быларҙың барыһын да почтальондарыбыҙ еренә еткереп үтәй. Почта бүлексәһендә эшләү үҙемә лә бик оҡшай. Ул миңә кеше менән аралашыу, халыҡҡа ҡыуаныслы хәбәрҙәр еткереү мөмкинлеге бирә. Хеҙмәт хаҡыбыҙ аҙ булһа ла, коллективыбыҙ һәйбәт, бер-беребеҙҙе аңлап эш итәбеҙ, матбуғатҡа яҙылыу ваҡытында тәүгеләрҙән булып планды үтәйбеҙ. Шуның өсөн барлыҡ яҡташтарыма оло рәхмәтлемен. Бөтәһенә лә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ һәм яҡшы кәйеф теләйем. Беҙгә йышыраҡ килегеҙ, яҡшы баҫмаларға яҙылығыҙ, беҙ һәр ваҡыт һеҙгә иғтибар бирергә әҙер һәм килеүегеҙгә һәр саҡ шат! - тигән фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм изге теләктәрен юлланы бүлексә начальнигы.
Эльвира Ҡасим ҡыҙы ХӘЛИТОВА 2009 йылдан алып Иҫке Бәпес, Яңы Бишауыл ауылдарын хеҙмәтләндерә. Ошо йылдар эсендә ул үҙен тырыш хеҙәмәткәр итеп күрһәткән. Яҡташтары уны хөрмәт итә һәм матбуғат баҫмаларына ла ҙур теләк менән яҙылалар. Бигерәк тә оло йәштәге ауылдаштары уға рәхмәтле, сөнки барлыҡ кәрәк-яраҡты уларҙың йортона уҡ алып килеп бирә.
- Почтальон эше анһат булмаһа ла, халыҡ менән уртаҡ тел табам, кешеләргә лә, эшемә лә күнеккәнмен. Интернет, кәрәҙле элемтә булыуға ҡарамаҫтан, почта хеҙмәткәрҙәренең эше бер ҡасан да кәмемәй. Ауылда почтальон булып эшләү еңел түгел. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, ауыр сумкаларыбыҙҙы күтәреп, гәзит-журналдарҙан тыш, төрлө түләү квитанциялары һәм тауарҙар ташыйбыҙ. Барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәренең дә эш хаҡын күтәрһәләр, тағы ла тырышыбыраҡ, дәртләнеберәк эшләр инек. Киләһе йылдарҙа гәзит-журналдарға яҙылыусылар һаны артыр, тип ышанам. Йыл һайын яҙылып килгән, матбуғат баҫмаларына тоғро ҡалған яҡташтарымдың барыһына ла рәхмәт әйткем килә. Һәр ваҡыт шулай бергә булайыҡ, бергә ҡалайыҡ, - ти алсаҡ күңелле почтальонка.
Венира Рафаэль ҡыҙы СӘЙФЕТДИНОВА 2017 йылдан алып почтальонка хеҙмәтен башҡара. Тәүҙә Мөҡсин ауылында ғына эшләһә, һуңыраҡ, почтальондар етешмәгәнлектән, Бишауыл-Уңғар ауылына һәм Һәүәләй ауылының бер нисә урамына ла матбуғат баҫмалары таратырға мәжбүр була.
- Кеше араһында йөрөү, улар менән аралашыу бик оҡшай. Әлбиттә, бер нисә ауыл буйлап йөрөүе еңел түгел. Иң оҡшамағаны – тауар һатырға ҡушыуҙары. Хәҙер халыҡ үҙенә кәрәк нәмәне, үҙе теләгән әйберҙе магазиндан йә баҙарҙан барып ала. Беҙҙән бик алып бармайҙар. Һатыу әйберҙәрен күтәреп йөрөрүе лә бик ауыр беҙгә. Хеҙмәт хаҡы аҙ, ә эше ауыр тип почтальон булып эшләргә килмәйҙәр. Бына ошо яҡтары оҡшап етмәй эшемдең. Гәзит-журналдарға яҙылыусыларҙың йылдан-йыл кәмей барыуы ла борсоуға һала. Электән яҙылыусыларҙың күбеһе ныҡ олоғайҙы, күҙҙәребеҙ күрмәй тиҙәр, - ти почтальонка.
Эльвира Әхмәт ҡыҙы БИКҠОЛОВА 2017 йылдан алып Яңы Ҡыйышҡы почта бүлексәһендә эшләй һәм Үтәгән ауылы халҡын хеҙмәтләндерә.
- Эшем бик оҡшай, яратып башҡарам. Тормош шулай ҡоролған, ҡайһы саҡта яратҡан, үҙең һайлап алған һөнәрең буйынса эшләү мөмкинлеге булмауы ла бар. Шулай ҙа эшләгән эшеңә бар күңелеңде һалып, уны яратып башҡарып була. Бына шул саҡта ғына үҙ хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күрәһең. Бөгөнгө көндә почта хеҙмәткәрҙәренә бер юлы бер нисә эште башҡарырға тура килә. Гәзит-журналдарға яҙҙырабыҙ, ваҡытында таратабыҙ, ут-газға түләүҙәр ҡабул итәбеҙ, шулай уҡ һатыусы эшен дә алып барабыҙ. Мәшәҡәте күп булһа ла, өлкән йәштәге яҡташтарымдың әйберҙәрен өйҙәренә үк илтеп биргәс, уларҙың ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү бар ауырлыҡтарҙы ла еңеләйтә. Эшебеҙҙә яңынан-яңы үҙгәрештәр индерелеп тора. Ошо эшләү дәүерендә күп нәмәгә өйрәндек. Почталар ябылып бөтһә, яратып өлгөргән эшемдән айырылыу бик ҡыйын буласаҡ, - ти ул.
Гөлшат Миңнислам ҡыҙы ШӘҢГӘРӘЕВА 2010 йылда Нәфисә Рамаҙан ҡыҙы Абдрахманова етәкселегендә эш башлаған.
- Иҫке Муса почта бүлексәһенә эшкә урынлашҡайным. Әле Шайморатов почта бүлегенә ҡарайбыҙ. Яңы Муса, Иҫке Муса ауылдары халҡын матбуғат баҫмалары менән тәьмин итәм. Эшем үҙемә шул тиклем ныҡ оҡшай, яратып эшләйем. Кешеләр менән аралашыу, яратҡан гәзит-журналдарына яҙҙырып, уларҙы һәр йорттоң ҡапҡаһы тышында эленеп торған почта йәшнигенә һалып китеү күңелгә ниндәйҙер аңлатып була алмаған матур хис-тойғолар бүләк итә. Бигерәк тә оло йәштәге яҡташтарыбыҙ ҙур теләк менән ваҡытлы матбуғатҡа яҙыла һәм көтөп ала. Уларҙы ҡыуандырыу, әйткән йомоштарын үтәү үҙебеҙҙе лә ҡыуандыра, - ти үҙенең яратҡан эше тураһында Гөлшат Миңнислам ҡыҙы.
Рәйсә Фәрит ҡыҙы ХӘЛИТОВА үҙенең хеҙмәт юлын 2011 йылда почта эше менән бәйләгән. Ул бөгөнгө көндә Абдулла һәм Яңы Бәпес ауылдарына почта тарата.
- Һәр хеҙмәттең дә ҡатмарлыҡтары бар. Беҙҙең эштә лә улар етерлек. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамайынса, ямғыр яуһа ла, буран ҡоторһа ла, халыҡҡа гәзит-журналдарын ваҡытында алып барырға кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эшемде яратам, бөтә нәмә лә оҡшай. Хеҙмәтебеҙҙең бик яуаплы һәм халыҡҡа кәрәкле икәнен аңлап ҡабул итәм. Хеҙмәттәштәремде һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Барыһына ла һаулыҡ, уңыштар теләйем. Яҡташтарым гәзит алдырһын, уҡыһын, тормошобоҙҙағы барлыҡ яңылыҡтарҙы белеп барһын, тигән теләктә ҡалам, - тигән изге теләктәрен белдерә тәжрибәле почтальон.
Ләйлә Абдулхаҡ ҡыҙы БАЙМӨХӘМӘТОВА, Шәрипҡол, Октябрь, Ивановка, Смоленка, Аҡташ ауылдары почтальонкаһы булып 2020 йылдан алып хеҙмәт итә.
- Эшем бик оҡшай. Бигерәк тә, оло йәштәгеләр менән аралашыу күңелемә яҡын. Улар һәр саҡ беҙҙе көтөп торалар. Әйҙә үт, тип сәй ҡуя башлайҙар квитанциялар алып барған саҡта. Көсләп-көсләп сәйгә саҡыралар. Юҡ, һәр берегеҙҙә сәй эсеп ултыра алмйым тип саҡ ҡотолам. Шул арала уларҙың хәбәрҙәрен тыңлап, күңелдәрен күреп, бер аҙ һөйләшеп ултырып сығам. Оло кешеләргә аралашыу мөһим икәнен аңлап ҡабул итәм. Ҡайһы берҙәренең счетчиктарын үҙем ҡарап яҙам, түләүҙәрен алып барып түләйем. Шуныһына бигерәк тә шатланып, рәхмәттәрен уҡып ҡалалар. Күптәр үҙҙәре барып түләй алмай бит. План ҡуйып, төрлө әйберҙәр һаттырыуҙары ғына оҡшамай эшемдә. Хәҙер ауылдарҙа икешәр-өсөшәр магазин бар. Һата алғансы һатабыҙ, әлбиттә. Планды үтәйбеҙ тип күп нимәне үҙебеҙгә алырға тура килә. Эш хаҡыбыҙ ҙур түгел, ул аҡсаға башҡа әйберҙәр ҙә алғы килә. Шул турала етәкселәр уйланһындар ине.