Водитель һөнәрен һайлап егет яңылышмай. Был эш күңеленә кинәнес бирә, машинанан башҡа ул үҙен күҙ алдына ла килтерә алмай.
Рәфис Сабирйән улы Ҡарлыман ауылында биш балалы (ул дүртенсе) ишле ғаиләлә тыуа. Кесе йәштән ата-әсәһенә ярҙамлашып, үҙаллы булып үҫә.
- Быҙау ҡараусы булып эшләгән атай-әсәйемә быҙауҙар көтөштөм, уларҙы алмаштыра ла инем. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атайым әрһеҙ итеп тәрбиәләргә тырышты. Өс-дүрт йәштән атҡа һыбай менеп йөрөй инем инде. Атта йөрөү бик оҡшаһа ла, үҫә төшә “тимер ат”ты эйәрләгем килде. Техника менән мауығып киттем. Шуға ла урындағы мәктәпте тамамлағас, һөнәр алыу өсөн Ляхов һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, киң профилле тракторсы-машинист һөнәрҙәрен үҙләштерҙем. Шулай яҙмышымды машина менән бәйләнем. Эшем бик оҡшай. Ошо йылдар арауығында нисәмә мең саҡрым юлдар үтелгәндер, - тип уйҙарға бирелә бар ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған тәжрибәле водитель.
Диплом алғас, тыуған Салауат исемендәге колхозға эшкә ҡайта һәм ауыл хужалығы эшенә башкөллө сума. Тәүҙә “Колос” комбайнында комбайн ярҙамсыһы була. Эштең айышына төшөнгәс, үҙе баҫыу карабының руле артына ултыра. Был йылда ул райондың йыл һөҙөмтәләре буйынса йәштәр араһында алдынғы комбайнсы исеменә лайыҡ була. Шунан армия хеҙмәтенә алынып, ике йыл водитель булып хеҙмәт итә. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, уға “ЗИЛ” йөк машинаһын ышанып тапшыралар. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, хужалыҡ “Алатау” йәмғиәтенә әйләнә. Ул йөк машинаһында эшләүен дауам итә. Икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙан иген, сөгөлдөр, ферманан һөт ташый, малдарға барда алып бара. Көндө төнгә ялғап тырышып хеҙмәт итә. Заман алға барған һайын үҙгәрештәр булып тора. Хәҙер инде ул эшләгән хужалыҡ “Уңыш” йәмғиәте булып китә. Ауыл хужалығында водитель универсал булырға, төрлө техникаға ла идара итергә тейеш. Уларҙың һәр береһе мөһим. Бында иһә үҙ эшенә бик яуаплы ҡараған Рәфискә “УАЗ” машинаһын (буханка) бирәләр, уның менән ауыл эшсәндәрен эшкә ташый. Тәүҙә механизаторҙарҙы йөрөтә, төшкө һәм киске аштарҙы алып бара. Уҙған йылдың декабренән уға тирә-яҡ ауылдарҙан һауынсыларҙы килтереү һәм өйҙәренә кире алып ҡайтыу бурысы йөкмәтелә. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, алдына алған бурысын өҙлөкһөҙ үтәй ул. Ғөмүмән, Рәфис ниндәй техникаға ултырһа ла, намыҫ менән лайыҡлы хеҙмәт итергә тырыша. Асыҡ күңелле водитель пассажирҙарын яҡты йөҙө менән ҡаршы ала, имен һәм хәүефһеҙ юл тәьмин итә. Яҡшы атмосфера булдырып, уларҙың эшенең уңдырышлығына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Шулай водителдең психолог та булырға тейеш икәненә инанаһың.
Эйе, был һөнәрҙе техниканы яратыусы кеше генә һайлайҙыр. Машина тотҡарлыҡһыҙ йөрөһөн өсөн төҙөклөгөн тикшереп, етешһеҙлектәрен бөтөрөп, тәгәрмәсен, майын һәм башҡаһын һәр саҡ ҡарап торорға кәрәк.
Рәфис Сабирйән улы йылдың һәр көнөндә юлда. Шулай, йәштән һайлаған һөнәре уны ғүмере буйы оҙата килә. Арыйһығыҙмы, тигән һорауыма, юҡ, тип яуап бирҙе ир. Күңел һалып эшләгән эшең арытамы һуң инде?! Ҡанына һеңгән хеҙмәтенең һәм күңел күтәренкелеге биргән матур ғаиләһенең булыуы уға көс һәм дәрт өҫтәйҙер, моғайын. Эшен аңлап, шәхси хужалыҡтарында бергәләшеп ең һыҙғанып донъя көткән ҡатыны Гөлнара Вәхит ҡыҙы тәмле аштары, яҡты йөҙө менән ҡаршы ала һәм оҙатып ҡала. Ҡатын оҙаҡ йылдар Ҡарлыман почта бүлексәһе начальнигы булып эшләй, әле ул - “Газпром” йәмғиәте хеҙмәткәре. Икеһе лә көндәр буйы эштә булһалар ҙа, күпләп мал аҫрап, ҡош-ҡорт үҫтереп донъя көтәләр. Үҙҙәре һалған ҙур күркәм йорттарында заманса уңайлыҡтар булдырылған, унан йылылыҡ бөркөлөп тора. Әйткәндәй, Аласовтарҙың март айында ынйы туйҙары – утыҙ йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, бер уйҙан, бер бөтөн булып тормош һуҡмағынан атлайҙар.
Улар өс балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Балалары ла ата-әсәләре кеүек эшһөйәр һәм маҡсатлы. Өлкәндәре Гөлшат Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, инженер-технолог һөнәрен алып сыға, иҡтисадсы һөнәрен дә үҙләштерә. Ул хәҙер ғаиләле, тормош иптәше Дамир менән Мират исемле малай үҫтерәләр. Рәзиф автотранспорт колледжын тамамлаған, әлеге ваҡытта Өфө дәүләт нефть техник университетында ситтән тороп уҡый һәм «Башнефть» йәмғиәтенең Ишембай нефть һәм газ сығарыу цехында оператор булып эшләй. Йәш егет район үҙәгендә таштан ҙур күркәм йорт та һалған. Иң кеселәре Рәзим - 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы. Ул да яҡшы уҡый, хужалыҡ эштәрендә ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы. Егет өҫтәмә түңәрәктәргә, курстарға йөрөргә лә ваҡыт таба: волейбол уйнай, музыка мәктәбенең баян класын тамамлаған, мәктәп-ара уҡыу комбинатында водителгә уҡый.
Үҙ һөнәрен төплө белеп башҡарған Рәфис Сабирйән улы коллективта абруй ҡаҙана. Хужалыҡтың исеме үҙгәреп торһа ла, тырышлығы һаман да йәштәрҙекенә биргеһеҙ! Уның хеҙмәте етәкселек тарафынан һәр саҡ юғары баһаланып тора. Бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары быға дәлил. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ла ул район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған.
Хужалыҡтың уңышлылығы уның эшсәндәренең хеҙмәтенә бәйле. Нәҡ тыуған ерендә тыуып үҫеп, ошонда хеҙмәт һалған Рәфис Аласов кеүек кешеләр хужалыҡтың терәге булып торалар.
Тырыш эшсәндең һәм уның ғаиләһенең алда үтәһе юлдары уң, хәйерле һәм һикәлтәһеҙ булһын.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.