Тәҙрә төбөндәге аптека!
Халыҡса атамаһы аҡса гөлө тигән был гөл күптәрҙә үҫә. Кемдәргәлер уның ҡиәфәте, кемдәргәлер магик көсө, кемдәргәлер ата-әсәһе төҫө булараҡ яҡын. Уның бактерияларға ҡаршы ҡулланылыуын, ялҡынһыныуҙы бөтөрөү һәм яраларҙы төҙәтеү көсөнә эйә булыуын белеп еткермәй.
Дауалау ысулдары:
1. Янған, күгәргән ерҙәрҙе, яраларҙы бөтөрөү өсөн, япраҡтарынан бутҡа яһап, сирле ергә һылап, бинт менән бәйләргә. 2-3 сәғәттән повязканы алыштырырға.
2. Артрит, артроз
10-15 япраҡтары һутын һығып, быуындарға йоҡо алдынан һөртөргә.
3. Тонзиллит
10 япраҡ һутын һығып, 200 мл һыу ҡушып, көнөнә 3-5 тапҡыр сайҡатырға.
4. Ирендәге герпес
Бер нисә япраҡтың һутын һығып, 30 минут һайын герпесҡа һыларға. Йәки һутты мамыҡҡа һеңдереп, герпесҡа ҡуйып, лейкопластырь менән нығытып ҡуйырға.
5. Геморрой
Уртаға ярылған япраҡты ҡуйырға. Шунда уҡ эффекты буласаҡ.


Иғтибар! Аҡса гөлөндә юғары концентрациялы мышьяҡ бар. Саманан артыҡ ҡулланырға ярамай!