Даирә
+27 °С
Облачно
Ауыл уңғандары
1 Января 2025, 08:16

Күмәкләп теләгән теләк ҡабул була

Ибраһим ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә “Нардуған” байрамы гөрләне. Был байрамды халыҡта “Нур тыуған көн”, “Ҡояшты сәләмләү байрамы” тип тә йөрөтәләр.

Күмәкләп теләгән теләк ҡабул булаКүмәкләп теләгән теләк ҡабул була
Күмәкләп теләгән теләк ҡабул була

21 декабрҙән 22-нә ҡарата төн – йылдағы иң оҙон төн. Был күренеш ҡышҡы ҡояш торошо тип атала. Атай-олатайҙарыбыҙ ҡояш торошо һәм көн менән төндөң тигеҙлеге күренештәрен тормоштағы иң мөһим байрамдарҙың береһе тип атаған. Ошондай байрамдар игенселеккә, төҙөлөшкә, башҡа мөһим эштәргә башланғыс биргән. Көн ҡыҫҡарыуҙан туҡтағас, Нардуған байрамы билдәләнә. Ҡышҡы Нардуған 23 декабрҙә башлана һәм аҙна тирәһе дауам итә. Ибраһимдар был байрамға ентекле әҙерләнгән. Ҡыҙылғы йылғаһы буйына Яңы йылға арналған майҙансыҡ эшләп ҡуйғандар. Бында балалар рәхәтләнеп тау шыуа, үтә күренеп ятҡан боҙҙа уйнайҙар. “Нарнар-Нардуған, Нардуғанға кил, туған. Сәй-шәкәрен алып кил, матур күлдәк кейеп кил”, - тигән һүҙҙәр менән матур-матур кейенгән Ибраһим ауылы ҡатын-ҡыҙҙары байрам сараһын асып ебәрҙе. Тәүге һүҙ Һәүәләй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тимур Ғәләүетдиновҡа бирелде. Ул яҡташтарын “Айыҡ ауыл” конкурсының республика буйынса этабына сығыуҙары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм байрам сараһын ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтеүселәрҙең барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ҡояш-Тәңрем, тиҙерәк күрен, Нурға күмдер Ер йөҙөн! Келәттәргә иген тулһын, Мал-тыуарға ҡот ҡунһын, Донъялар булһын йәмле, Ашыбыҙ булһын тәмле! Шөкөрана, шөкөрана! Яҡты донъяла йәшәткәнең өсөн, йылытҡаның өсөн рәхмәт! Таҙартҡаның өсөн рәхмәт, Ҡояшыбыҙ-Тәңребеҙ! – тигән теләктәрен дә әйтте ауылдаштар, күмәкләшеп йырлапбейененеләр ҙә, рәхәтләнеп уйнап көлдөләр ҙә, шиғырҙар ҙа һөйләнеләр был көндө. Төрлө тәмлекәстәргә ҡушып сәй менән һыйланып та алдылар. Күмәкләп теләгән теләк ҡабул була, тиҙәр. Ибраһим ауылы халҡының был йәмле байрамда күмәкләп теләгән барлыҡ изге теләктәре ҡабул булһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен!

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас