Райондың ветеринария станцияһы хеҙмәте бурыстарын уңышлы башҡара. Ғәлинур Ҡунаҡаев етәкләгән коллектив хеҙмәткәрҙәрҙең юғары һөнәри оҫталығы, үҙ һөнәрҙәренә тоғро булыуы менән айырылып тора. Уларҙың береһе – 28 йыл стажы булған Наталия Данилова.
Наталия Александровна үҙ һөнәренә ғашиҡ кеше. Мәктәптән һуң ул ветеринария лабораторияһында санитар булып хеҙмәт юлын башлай. Бындағы эштең нескәлектәрен күрә, оҡшата һәм һис тә уйлап тормай Башҡорт ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Практикаларҙы, әлбиттә, райондағы ветеринария станцияһында үтә. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, 1996 йылда йәш белгес районға эшкә ҡайта. Тәүҙә ветеринария аптекаһы мөдире була. Йәш белгестең яуаплылығы, үҙ-үҙенә талапсанлығы, етдилеге һиҙелмәй ҡалмай -2005 йылдан уға ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы мөдире вазифаһы ышанып тапшырыла. Әлеге көнгә тиклем ул үҙ вазифаһын тырышып, намыҫ менән башҡара. Уның төп бурысы – һатыуға сығарыласаҡ ит, һөт, балыҡ, бәшмәк, бал һәм башҡа ауыл хужалығы продукттарына ветеринар-санитар экспертиза үткәреү, йәғни кешеләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләп, аҙыҡ-түлектең сифатын алдан тикшереү. Белгес экспертизаның дөрөҫ үткәрелеүенә, санитар именлегенә һәм баҙарға һатыуға сығарыласаҡ аҙыҡ-түлектең сифатына, санитар шарттарҙы үтәүгә яуаплы булып тора. Ул ваҡытты дөрөҫ самалап, алдына ҡуйылған эштәрҙе мәлендә башҡарыуға ирешә.
-Элек ике белгес эшләй инек. Хәҙер үҙем генә экспертиза үткәрергә өлгөрәм. Элеккесә малдар һаны ла шул тиклем күп түгел. Тәжрибәм дә бар, эшемде лә яратҡас, бер ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, -ти Наталия Александровна.
Белгестең фиҙаҡәр хеҙмәте етәкселек тарафынан билдәләнмәй ҡалмай. Төрлө йылдарҙа уның эше баһаланып тора. Мәҫәлән, ул 2014 йылда “Иң яҡшы ветеринар-санитар эксперт” исемен алһа, 2016 йылда агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы ветеринария идаралығының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ була. Ә яңыраҡ ветеринария өлкәһендә күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының ветеринария буйынса дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
Өлгөлө хеҙмәткәр ғаиләһендә яҡшы тормош юлдашы һәм хәстәрлекле әсәй. Александр Николаевич менән Никита исемле малай үҫтерәләр, әлеге көндә ул -Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы студенты.
Тырыш ҡатын бар эшкә лә өлгөрә. Йортонда яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар бешереп һыйларға, сәскәләр үҫтерергә ярата.
Наталия Данилова йәш саҡта һайлаған изге һөнәренә тоғро ҡалып, яратҡан эшен башҡарыуҙы дауам итә. Форсаттан файҙаланып, уға һаулыҡ, эшендә тағы ла яңы уңыштар яулауын, именлек теләйбеҙ.
Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА.
Ауыл хужалығы тармағына Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров күп иғтибар бүлә. Уны иҡтисадтың төп таянысы тип һанай ул. Республиканың агросәнәғәт комплексында акцент һөт, ит, ҡымыҙ, бал һәм башҡа ауыл хужалығы етештереүсегә бирелә. Башҡортостан етәкселеге йылдан-йыл агросәнәғәт комплексын, фермерлыҡты, ауылдарҙы ярҙам итеүгә йүнәлтелгән программаларҙы, төрлө сараларҙы тормошҡа ашырыуға күберәк иғтибар бирергә тырыша. Уның һүҙҙәре буйынса, төп бурыс – аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү.
Ғәлинур ҠУНАҠАЕВ, Ҡырмыҫҡалы ветеринария станцияһы начальнигы, йәмәғәтселек фекере лидеры:
- Республиканың ярҙамын тойоп торабыҙ. Еңел машиналар, ДУК (дезинфекционная установка Комарова) машинаһын алдыҡ. Йыл йомғаҡтары буйынса беренсе урындарға Прибельский ветеринария участкаһына һәм ветеринар клиникаға еңел машиналар бирелһә, икәүһе 2019 йылда бар ветеринария станцияларына бирелгән кеүек беҙгә лә бирелде. Республика етәкселегенә хәстәрлектәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.