Альбина Фәйзрахман ҡыҙы поликлиникала хеҙмәт юлын 1997 йылдың декабрендә башлай. Шул ваҡыттан алып, ул коллективтың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнә. Һәр иртә һайын пациенттарҙы йылмайыулы йөҙө менән ҡаршы ала, һәр береһен иғтибар менән тыңлап, ярҙам итергә әҙер. Был йылдар эсендә ул поликлиникаға килеп китеүселәр менән ысын дуҫтарса мөнәсәбәт булдырған, хатта уның менән ихлас иҫәнләшкәндән дә көнө буйына етерлек ыңғай энергия алаһың.
Регистратурала эшләү һәр ваҡыт стрестар менән тулы. Ауырыуҙар төрлө проблемалар менән килә, улар араһында түҙемлеләре лә, түҙемһеҙҙәре лә була. Ләкин, Альбина Фәйзрахман ҡыҙы һәр ваҡыт күңелде тынысландыра торған һүҙҙәр таба белә. Бер ҡасан да тауышын күтәрмәй, уларҙың борсолоуҙарын һәм кисерештәрен тыңлап, тәжрибәле психолог кеүек аҡыллы кәңәшен, йылы һүҙен әйтә.
Уның тыныс һәм изге күңелле булыуы пациенттарға ғына түгел, хеҙмәттәштәренә лә ярҙам итә. Төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙе яйға һалып ебәреүен, һис шикһеҙ коллективта ла баһалайҙар. Хеҙмәттәштәре кешелекле, ярҙамсыл, ышаныслы Альбина Фәйзрахман ҡыҙына һәр ваҡыт кәңәш һорап килә алалар.
Тырыш хеҙмәткәрҙең намыҫлы хеҙмәте Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, район хакимиәте һәм үҙәк район дауаханаһы тарафынан күп тапҡырҙар Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән. Ләкин уның өсөн иң мөһиме, кешеләр һөйөүе һәм рәхмәте.
- Үҙ эшемде бик яратам, шулай булмаһа йәштән генә һайлаған һөнәремә тоғро ҡала алмаҫ инем. Мин эшләгән осорҙа бик күп етәкселәр, хеҙмәттәштәрем алмашынды, уларҙың күптәре менән әле лә дуҫтарса аралашып торабыҙ. Ғөмүмән, коллектив - минең өсөн икенсе ғаиләм, тиһәң дә була. Бигерәк тә тәүге остазым Зәлиә Саҙретдиноваға рәхмәт, ул мине эштең барлыҡ нескәлектәренә төшөндөрҙө. Хәҙер инде үҙем тәжрибәле хеҙмәткәр булараҡ, йәштәрҙе өйрәтәм.
Яҡшы һүҙ – йәнгә дауа, тип әйтеп үҫтерҙеләр беҙҙе бала саҡтан. Һәр кеше иғтибарға һәм хәстәрлеккә лайыҡ. Шуға күрә, дауаханаға килеүселәр һәм шылтыратыусылар менән дә яғымлы, иғтибарлы итеп аралашырға тырышам. Ҡайһы ваҡыт телефон аша ла пациенттарҙы тынысландырырға тура килә, уларҙың күптәре мине тауышымдан танып торалар. Ошо ҡыҫҡа ғына һөйләшеүҙә һин дөрөҫ һүҙҙәр, дөрөҫ тон табырға тейешһең. Минең эшемдә иң мөһиме – пациенттарҙың дауахананан ҡәнәғәт ҡайтып китеүҙәре, улар бында һәр саҡ ярҙам аласаҡтары хаҡында белергә тейеш, - тип уртаҡлашты Альбина Ғәзизова.
Эшендә Альбина Фәйзрахман ҡыҙы тырыш хеҙмәткәр булһа, өйөндә ҡыҙы һәм улы өсөн өҙөлөп торған әсәй. Әйткәндәй, ҡыҙы Милена әсәһе юлынан китеп, район балалар поликлиникаһында педиатрҙың шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөй. Улы Алмаз 9-сы класта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә.
Эйе, матди ҡиммәттәр көндән-көн нығыраҡ баһаланған дәүерҙә, Альбина Фәйзрахман ҡыҙы кешелеклелек һәм ихтирамлыҡтың ысын миҫалы булып ҡала. Нәҡ ошондай ябай һөнәр эйәләре беҙҙең тормошобоҙҙо йәмләй һәм кешеләр күңелендә яҡты эҙ ҡалдыра ла инде. Альбинаға тағы оҙаҡ йылдар яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, халыҡ мәнфәғәтенә эшләргә яҙһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.