Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
17 Октябрь , 10:57

Табышлы ла, отошло ла шөғөл

Ҡаҙҙар... Был йорт ҡошта­рын күргән һәм ҡаңғыл­дашҡан тауыштарын ишеткән һайын алыҫ бала сағыма ҡайтҡандай булам. Әсәйемдең ҡаҙ йомортҡа­ларын йыйып алып, химик ҡәләм менән һәр береһен билдәләп ҡуйыуы, ҡаҙ бәпкәләре сыҡҡас та, иртә яҙҙан башлап һыу буйында ҡаҙ көткән ваҡыттар бер-бер артлы күҙ алдына баҫа.

Табышлы ла, отошло ла шөғөл
Табышлы ла, отошло ла шөғөл

Табышлы ла, отошло ла шөғөл

Ҡаҙҙар... Был йорт ҡошта­рын күргән һәм ҡаңғыл­дашҡан тауыштарын ишеткән һайын алыҫ бала сағыма ҡайтҡандай булам. Әсәйемдең ҡаҙ йомортҡа­ларын йыйып алып, химик ҡәләм менән һәр береһен билдәләп ҡуйыуы, ҡаҙ бәпкәләре сыҡҡас та, иртә яҙҙан башлап һыу буйында ҡаҙ көткән ваҡыттар бер-бер артлы күҙ алдына баҫа.

Эйе, беҙҙең бала саҡтағы кеүек оя-оя ҡаҙҙар аҫраған, урындыҡ йә карауат аҫтында баҫып ултырған ҡаҙҙың ҡапыл балтырҙы суҡып алыуы, йылға аръяғында ҡаҙ бәпкәләре ҡара­уыллаған ваҡыттар артта ҡал­ды. Ә хәҙер мин ҡаҙ баҫтырған кешеләрҙе күргәнем дә юҡ, ин­кубаторҙан ғына һатып алып үҫтерәләр, күптәр әҙерен генә һатып алып ашай.

Ҡустығол ауылына килеп төшөү менән, бындағы яһалма күлдә ҡаҙҙар өйөрө ҡаршы ала. Ә был инде ауыл халҡының төп кәсебе – ҡаҙ үҫтереү икәне ту­раһында һөйләй. Ауыл башын­дағы тәүге йорттарҙың береһен­дә йәшәүсе 71 йәшлек Әлмира Айтуғанова менән танышып, унан ҡаҙҙар үрсетеү кәсебе хаҡында белештек.

- Ошо ауылда тыуып үҫтем. Бала саҡтан алып ҡаҙ көткәс, ҡаҙһыҙ донъяны күҙ алдына ла килтерә алмайым, хатта. Был­тыр 55 ҡаҙ бәпкәһе һатып алып үҫтергәйнем, быйыл 45-те ал­дым. Балаларыма бирәм, артып ҡалғанын таныш-тоноштарға һатып ебәрәм. Шулай уҡ бройлер себештәре алып үҫтерәм. Үҙең ҡарап үҫтергән ҡош-ҡорт итенә бер нимә лә етмәй шул, - тип ҡаршы алды Әлмира Ман­сур ҡыҙы.

Әлмира апай хаҡлы ялға сыҡҡансы ауылда төрлө эштәр башҡарған. Һауынсы ла, һа­тыусы ла, ашнаҡсы ла булып эшләргә тура килгән. Ҡаҙ үҫте­реү серҙәрен дә һораштыҡ.

- Май башында уҡ Ҡыр­мыҫҡалы инкубаторынан бер тәүлекле ҡаҙ бәпкәләрен һа­тып алам. Бер ай буйы йылы кәртәлә тотабыҙ, махсус ем һа­тып алып ашатабыҙ. Шунан яйлап эргәбеҙҙәге күлгә сыға­ра башлайбыҙ. Өйрәнеп алғас инде, улар көнө буйы һыу буй­ынан ҡайтып та килмәйҙәр. Иртән сығарып ебәрәбеҙ, кис көнө үҙҙәре үк ваҡытын белеп, ҡапҡа төбөнә килеп яталар. Төнгөлөккә ашарҙарына ярма һалабыҙ. Ҡаҙҙы аҫрауы оҙағы­раҡ, әлбиттә, әммә ул тиклем ҡыйынлығы юҡ тиерлек. Алты ай тирәһе аҫрағас, октябрь аҙағында, ноябрь баштарын­да һуябыҙ. Бройлерҙарҙы иһә ике айҙа һуйып алырға була. Ҡаҙҙарҙың мамығынан бөтә балаларыма ла мендәрҙәр яһап бирҙем. Хәҙер инде ейән-ей­әнсәрҙәремә әҙерләп ҡуйҙым. Алыусылар булһа, ҡаҙ мамығы­ның артығын һатып ебәргәнем дә булды. Өйрәккә ҡарағанда, ҡаҙ итен нығыраҡ яратабыҙ. Ҡаҙ майы ла бик файҙалы. Беҙҙең ауылда барыһы ла тиерлек ҡаҙ аҫрай, бер нисә кешелә генә өйрәктәр бар. Ярай әле ошо күлебеҙ бар. Ҡоролоҡ йылда­рында август тирәһендә һыуы ныҡ ҡына кәмеп китә торғайны, быйыл ямғыр күп яуғас, һыуы ла кәмемәне. Ғөмүмән, ҡаҙ үҫ­тереү табышлы ла, отошло ла шөғөл, тип әйтергә була. Ҡаҙҙар аҙыҡҡа талымһыҙ, көнө буйы һыу буйында үҙҙәренә үҙҙәре ризыҡ таба. Был инде аҫрауға киткән сығымды күпкә кәметә. Һимерткән осорҙа ғына ашары­на күберәк бирәбеҙ, - тигән тәжрибәһе менән бүлеште.

Айтуғановтарҙың ғаиләһе тураһында ла бер аҙ белештек. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтер­гәндәр. Улдарының икеһе лә отставкалағы майорҙар. Ришат Олокүлдә төпләнгән. Ғаиләһен­дә ике ҡыҙ үҫтерә. Илдус өс балалы ғаиләһе менән Нага­евола йәшәй. Табип һөнәре алған, Шамонин ауылында йәшәүсе ҡыҙҙары Фирүзәнең дә ғаиләһендә өс бала. Ҡыҙға­нысҡа, йорт хужаһы, ғүмер буйы водитель булып эшләүсе Мәүхәт Сөләймән улы дүрт йыл элек гүр эйәһе булған.

-Аллаһҡа шөкөр, һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй бу­лыу бәхетен кисерәм. Бүлә-бүләсәрҙәр ҡыуанысын да татырға яҙһын, Аллаһ бирһә, -ти бәхетле әсә һәм өләсәй.

Әлмира апайҙың һәм ошо кәсеп менән шөғөлләнеүсе башҡаларҙың барыһының да ҡош-ҡорттары имен һәм теүәл булып, гөрләтеп ҡаҙ өмәләре үткәрергә яҙһын һәм ҡыш буй­ына ғаиләләре менән бергәләп тәмле ҡаҙ ите менән һыйланырға насип булһын тигән теләктә ҡалабыҙ.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Табышлы ла, отошло ла шөғөл
Табышлы ла, отошло ла шөғөл
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: