Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
3 Октябрь , 21:10

Ҡыяр төнәтмәһе йөрәк һәм бөйөргә файҙалы

Һау-сәләмәт булығыҙ!

Ҡыяр төнәтмәһе йөрәк һәм бөйөргә файҙалы
Ҡыяр төнәтмәһе йөрәк һәм бөйөргә файҙалы

Үтә ныҡ ҙур булып үҫеп киткән ҡыярҙы нимә эшләтергә белмәйһегеҙме?
Төнәтмә эшләп эсегеҙ!
Ҡыяр төнәтмәһе йөрәк һәм бөйөрҙә барлыҡҡа килгән шештән, шулай уҡ һейҙек сығарыу юлдарындағы сирҙәрҙән ярҙам итә. Һейҙек ҡыуғыс булараҡ та ҡулланыла. Халыҡ медицинаһында бауыр ауырыуҙарынан һарғайған ҡыяр менән кипкән ботаҡтарынан эшләнгән төнәтмәне ҡулланалар.

Бының өсөн һарғайып барған ҡыяр менән кибеп барған ботаҡтарын ҡушып ваҡ итеп турағыҙ һәм болғатығыҙ. Был ҡатнашманан 1 аш ҡалағы алып, эмалле кәстрүлгә һалығыҙ. Өҫтөнә 1 стакан һыуыҡ һыу ҡойоп, утҡа ултыртығыҙ. Ҡайнап сығыу менән утты кәметегеҙ һәм 5 минуттай бешерегеҙ. Һыуынғас һөҙөгөҙ.
Әҙер төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан алда 2-шәр аш ҡалағы эсегеҙ.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
Халыҡ медицинаһы рецепттарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

 

https://vk.com/bashdonya?w=wall-202792286_15389 

Автор:
Читайте нас: