Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
18 Сентябрь , 10:44

Ҡабаҡтан тәмлекәстәр

Ҡабаҡтың шашып өлгөргән мәле. Әйҙәгеҙ бөгөн һеҙҙең менән ҡабаҡтан тәмлекәстәр бешерәйек. Ә һеҙ нимәләр бешерәһегеҙ? Рецептарығыҙ менән бүлешегеҙ.

Ҡабаҡтан тәмлекәстәр
Ҡабаҡтан тәмлекәстәр

Ҡабаҡтан тәмлекәстәр

Ҡабаҡтың шашып өлгөргән мәле. Әйҙәгеҙ бөгөн һеҙҙең менән ҡабаҡтан тәмлекәстәр бешерәйек. Ә һеҙ нимәләр бешерәһегеҙ? Рецептарығыҙ менән бүлешегеҙ.

 

Ҡабаҡтан омлет

Бының өсөн 2-3 ҡабаҡ, 4-5 йомортҡа, 130-150 гр сыр, 4-5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, борос, кипкән һарымһаҡ алына. 

Ҡабаҡтарҙы йыуып, йоҡа ғына итеп ҡырҡҡылайбыҙ. 

Бәләкәй генә табаҡта йомортҡа менән ҡаймаҡты һалып туҡыйбыҙ. Тоҙ, борос өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатабыҙ. Йомортҡалы заливка әҙер.

Форманы үҫемлек майы менән майлайбыҙ. Унан бер рәт туралған ҡабаҡты теҙәбеҙ. Был ҡабаҡ өҫтөнә йомортҡалы заливканы ҡоябыҙ. 

Быларҙың өҫтөнә сырҙы ҡырғыстан үткәреп һалабыҙ ҙа йәнә бер ҡат ҡабаҡ теҙәбеҙ. Ошолай бер нисә ҡат эшләйбеҙ. Иң өҫкө ҡатҡа ҡалған сырҙы һибеп, форманы 180 градус ҡыҙыулыҡтағы духовкаға 30-35 минутҡа оҙатабыҙ. 

 

Ҡабаҡлы йөҙөм бәлеше

Ҡамырҙы 2-3 сәғәт алдан эшләгәндә һәйбәтерәк була.
Бының өсөн ит бешкән һурпаға үҫемлек майы һалып, бер семтем сода, самалап тоҙ һалып баҫыр кәрәк. Әгәр инде ит һурпаһы булмаһа, 1 стаканды тултырмай ғына ҡайнар һыу алып, үҫемлек майы ҡушып бутайбыҙ.
Ҡабаҡты ваҡлап турайбыҙ, дөгөнө бер аҙ үҫемлек майы ҡушылған тоҙло һыуҙа бүрттерәбеҙ. Йөҙөмдө йылымыс һыуҙа тотоп алабыҙ.
Ҡабаҡ, йөҙөм, дөгө, шәкәр, самалап тоҙ менән эслек әҙерләйбеҙ.
Хәҙер инде ҡамыр йәйеп, эслеген һалырға ғына ҡалды. Әйткәндәй, эслеккә аҡ май ҡушһаң, бигерәк тә тәмле була.

Ҡабаҡтан рулет

Уртаса ҙурлыҡтағы ике ҡабаҡ, бер кишер, 60-70 грамм сыр, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ алабыҙ.

Ҡабаҡты буйына нәҙек итеп киҫәбеҙ. Ике яғына ла әйләндереп майҙа ҡыҙҙырабыҙ. Бешерергә лә мөмкин. Шунан кишерҙе, һарымһаҡты, сырҙы ҡырғыс аша үткәреп, ҡаймаҡ менән һәйбәтләп бутайбыҙ. Эслекте әҙер ҡабаҡҡа һалып, рулет итеп урайбыҙ.

 

Ҡабаҡтан запеканка

Кәрәк: 500 гр ҡабаҡ, 200 гр эремсек, 100 гр манный, 250 гр һөт, 150 гр шәкәр, 3 йомортҡа, 15 гр аҡ май, 50 гр ҡаймаҡ.

Ҡабаҡты тышынан әрсейбеҙ. Ҡабаҡты киҫәктәргә телеп, һыу, тоҙ һалып 15 минут тирәһе ҡайнатабыҙ. Артабан һыуын һарҡытып, блендер менән иҙәбеҙ. Һөт менән маныйҙан ҡуйы итеп бутҡа бешерәбеҙ. Уны ҡабаҡлы пюреға ҡушабыҙ һәм йомортҡа, эремсек, шәкәр ҡушып бутайбыҙ. Форманы майлап, духовкала 180 градуста 25 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә бирер алдынан шәкәр пудраһы һипһәгеҙ ҙә була.

 

Ҡабаҡтан цукат

500 г самаһы ҡабаҡ, 250 г шәкәр, бер аҙ ғына корица, бер әфлисун, шәкәр пудраһы, 10 г картуф крахмалы (оҡшамаһа, алмағыҙ) кәрәк.

Ҡабаҡты таҙартып, ваҡлап шаҡмаҡлап турарға ла, шәкәр һалып 2 сәғәткә ултыртып торорға. Һуты бүленеп сыҡҡас, унда тәүҙә әфлисун ҡабығын турап өҫтәргә, һуңынан һутын һалырға. Корицаны ла ҡушҡас, утҡа ҡуйырға. Сироп ҡайнап сыҡҡас, утты әкренәйтеп, тағы 5 минут ҡайнатырға ла, 3-4 сәғәткә һыуытырға ҡуйырға.

Артабан тағы 5 минут утта тотоп, алып 3-4 сәғәт һыуытырға. Шунан йәнә ошо процедураны ҡабатларға. Өсөнсөгә һыуынған сиропты түгергә. Цукаттарҙы пергаментҡа йәйеп, духовкала 50 градус йылылыҡта 2-3 сәғәт йәки бүлмә температураһында өс көн киптерергә. Әйләндереп торорға онотмағыҙ.

Аҙаҡтан шәкәр пудраһына бутап, крахмал һибеп ҡуйырға. Ҡабаҡ цукаттарын ябыҡ банкала һаҡларға мөмкин.

Әҙерләүе оҙағыраҡ инде, әммә тәмле.

Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын! 

Автор:
Читайте нас: