Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
15 Август , 15:21

Ныҡлы ғаилә – йәмғиәт тотҡаһы

Күп балалы ғаиләләр һәр төбәктең өмөтө һәм ышанысы булып тора, сөнки сабыйҙар ауазы яңғыраған ерҙә яҡты киләсәккә ынтылыш йәшәй. Районыбыҙҙа ишле ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Улар - йәнтөйәгебеҙҙең ҡото, өмөтлө киләсәге.

Ныҡлы ғаилә – йәмғиәт тотҡаһы
Ныҡлы ғаилә – йәмғиәт тотҡаһы

Ныҡлы ғаилә – йәмғиәт тотҡаһы

Күп балалы ғаиләләр һәр төбәктең өмөтө һәм ышанысы булып тора, сөнки сабыйҙар ауазы яңғыраған ерҙә яҡты киләсәккә ынтылыш йәшәй. Районыбыҙҙа ишле ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Улар - йәнтөйәгебеҙҙең ҡото, өмөтлө киләсәге.

Бөгөн районыбыҙҙа көн итеүсе йәмғиәтебеҙ тотҡаһы булып торған ныҡлы ғаиләләрҙең береһе менән та­ныштырып үтмәксемен. Өс ҡыҙ тәрбиәләүсе Рәхмәтул­линдар ғаиләһе 2003 йыл­да барлыҡҡа килә. Ике йәш йөрәк эш буйынса команди­ровкала Мәләүез ҡалаһында танышалар һәм бер аҙ бер-бе­реһен һынап ҡарағас, матур ғаилә ҡоралар.

Эльвира Рәхмәтулли­на Архангел районы Усаҡлы ауылында тыуған, бала һәм үҫмер сағы Стәрлетамаҡ рай­онында үткән. Стәрлетамаҡ педагогия колледжының со­циаль педагогика бүлеген­дә белем алып, хеҙмәт юлын юстиция өлкәһендә башлай. Тырыш, уңған өс бала әсәһе ситтән тороп М.Аҡмулла исе­мендәге Башҡорт педагогия университетында социаль психологҡа уҡырға ла өл­гөрә һәм райондың “Ғаилә” хеҙмәтенә эшкә урынлаша. Ошо алған белемдәре менән генә сикләнмәйенсә, Эльвира Фәрит ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының социология факультетының магистрату­раһын тамамлай. Бөгөнгө көн­дә иһә ул “Ғаилә” хеҙмәтен етәкләй һәм һәр саҡ үҙ беле­меңде камиллаштырып тороу кәрәклеген онотмай.

- Бигерәк тә хәҙер, техно­логиялар алға киткән заманда, даими рәүештә белемде ка­миллаштырып торорға, төр­лө курстар үтергә кәрәк. Саҡ ҡына туҡтаһаң, донъянан арт­та ҡалыуың да бар. Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙға ла ҡатын-ҡыҙ өсөн юғары белем алыу, һөнәрле булыуҙың мөһимле­ген үҙ миҫалымда күрһәтергә тырышам, - ти ул был хаҡта.

Ғаилә башлығы Азамат Рәхмәтуллин ДРСУ-ла води­тель булып эшләй. Ул бала­лары өсөн өлгөлө атай, ҡаты­ны өсөн ышаныслы тормош иптәше.

- Икебеҙ ҙә ғаиләбеҙҙә күп бала булыуын теләнек. Балала­рыбыҙҙың иң яҡшы ата-әсәһе булырға тигән маҡсат та ҡуй­ҙыҡ. Шөкөр, быға өлгәштек тип уйлайбыҙ. Үҙебеҙгә бала саҡта күп ауырлыҡтар күрер­гә, икебеҙгә лә атайһыҙ үҫергә тура килде. Шуға ҡыҙҙары­быҙ бәхетле булһын өсөн бар тырышлығыбыҙҙы һалабыҙ, - тиҙәр Рәхмәтуллиндар бер тауыштан.

Рәхмәтуллиндарҙың оло ҡыҙҙары Эльвина быйыл Өфө медицина колледжын тамамлаған һәм ситтән то­роп З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһына уҡырға ингән. Киләсәктә ул педагог-психолог булырға хыяллана. Әле ул Мәскәүҙәге хәрби госпиталдә эшләп йөрөй. Камилла 2-се мәктәптең 5-се класында, ә Карина 4-се класында белем ала.

Рәхмәтуллиндар 2014 йылда Ҡырмыҫҡалыға күсеп киләләр. Был турала улар:

- Ҡайҙа төпләнеп йәшәргә, йорт һалырға тип бик оҙаҡ уй­ланыҡ. Тәүҙә Иглин, Шишмә, Нуриман райондарын йөрөп ҡарап сыҡтыҡ. Ҡырмыҫҡалы бар йәһәттән беҙҙең өсөн иң идеаль урын булып тойолдо. Эшләргә, балалар үҫтерергә теләгән кешеләр өсөн бында бар уңайлыҡтар бар. Етмәһә, тормош иптәшем дә ошонда тыуып үҫкән. Үҙебеҙҙең йый­ған аҡсаға Әсәлек капиталын ҡушып, йорт һала башла­ныҡ. Ниһайәт, быйыл барлыҡ эштәрен тамамлап, үҙебеҙҙең яңы йортобоҙға күсеп сығы­рбыҙ, тип уйлайбыҙ. Ҡыр­мыҫҡалыны һайлағаныбыҙға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, - тиҙәр.

Районыбыҙҙағы, ғөмүмән, илебеҙҙәге барлыҡ ғаиләләрҙең йорто ошо ғаилә­неке кеүек һәр саҡ шулай ҡотло, сағыу булыуын, бала­лары уңыштары менән ҡыу­андырып ҡына тороуын теләге килә.

 

Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығыштарында ғаиләләрҙе дәүләт тарафынан яҡлауға айырыуса баҫым яһай:

«Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Беҙҙең төбәктә элек-электән ғаиләләрҙә балалар күп булған. Әйҙәгеҙ, ошо традицияны һаҡлайыҡ. Үҙ сиратымда мин, балаларығыҙҙы уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү өсөн даими һәм эҙмә-эҙлекле шарттар булдырасаҡбыҙ, тип әйтергә теләйем. Яңы, заманса мәктәптәр һәм матур балалар баҡсалары етерлек булһын, ҡыҙҙар һәм малайҙар яҡшы йыһазландырылған спорт һәм уйын майҙансыҡтарында уйнаһын, бар яҡтан үҫешһен, үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарына уҡырға инһен, лайыҡлы

эш тапһын һәм үҙ ғаиләләрен булдырһын өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ».

 

  

Зөлфиә ҠОТЛОЕВА, йәмәғәтселек фекере лидеры:

- Ғаиләләрҙе һаҡлау һәм яҡлау өсөн күп һанлы дәрт­ләндереү саралары, шул иҫәптән Әсәлек капиталы булдырылған. Бынан тыш, 2023 йылдың 1 ғинуарынан бөтә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда бала тыуыу һәм тәрбиәләүгә бәйле берҙәм пособие ин­дерелде. Башҡортостан Республикаһы бюджеты, Рәсәй Федерацияһы кеүек үк, һәр ваҡыт социаль йүнәлешле булды һәм бу­лып ҡала, йәғни һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, шулай уҡ ауыр хәлдәге граждандар категорияларын социаль тәьмин итеүгә, ғаиләне һәм балалыҡты һаҡлауға сығымдар уның күпселек өлөшөн тәшкил итә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, социаль ярҙам сараларын күрһәтеүгә йүнәлтелгән аҡса күләме йыл һайын арта бара. Шулай уҡ күп балалы әсәләр йыл да Республи­кабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың указы менән “Әсәлек даны” миҙалы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. Шуны ла әйтеп үтке килә: хәҙер Әсәлек капиталы менән баланың уҡыуы һәм студенттың дөйөм ятағы өсөн дә түләр

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: