Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Помидоры ла, ҡыяры ла уңа

Баҡса оҫтаһы һөт тә, йод та ҡуша, икмәк һыныҡтарын да ашлама итә.    

Помидоры ла, ҡыяры ла уңа
Помидоры ла, ҡыяры ла уңа

Ишембай районының Смаҡай ауылынан баҡса оҫтаһы Фәүзиә апай Насирова тәбиғи ашламалар ҡулланып, ниндәй йыл булыуына ҡарамаҫтан яҡшы уңыш ала.

-Теплицала помидорҙар сәскә атты, боростар, ҡауындар  ҙа үҫеп утыра. Улар ҙурыраҡ майҙанға ергә ултыртыуҙы көтә. Тиҙҙән  сығарып ултыртырбыҙ, тип уйлайым. Редистарҙы ашап бөтөп барабыҙ, эргәһенә генә ҡыяр сәстем, улар ҙа ҡыярланған. Ҡыяр  ят үләндәрҙе яратмай, шуға редис алынып бөтһә, уларға урын иркенерәк ҡала.

Помидор, ҡыярҙарға ябай ғына тәбиғи ашламалар ҡулланырға тырышам. Ҡыярҙы туҡландырыу өсөн ошондай ашлама һибәм. Бер стакан дөгөнө бер литрға һыуҙа бер көн тотам, аҙаҡ шуны һөҙөп алып, бер биҙрә һыуға ҡушам,  шунда бер аш ҡалағы шәкәр ҙә өҫтәп ебәрәм. Бындай ҡатнашма ҡыярҙарға ныҡ килешә, туҡландыра.

Бер биҙрә һыуға бер аш ҡалағы бал иретеп тә һалып  һибәм. Үҙем һынаған ашламаларҙың тағы ла береһен әйтеп үтәйем. Бер литр һөткә 5-6 тамсы йод тамыҙаһың да бер биҙрә һыуға ҡушып, үҫентеләргә һибәһең, был да ҡыярға  яҡшы йоғонто яһай. Әсе тупраҡты ҡыяр яратып етмәй, бындай ашламалар уның үҫеүенә булышлыҡ итә.

Тағы ла бер ҡатнашма ҡыярҙың шыңғырҙап тороуына килтерә, быны улар үҫә башлағас ҡулланыу дөрөҫөрәк. Бер биҙрә һыуға ике аш ҡалағы аш содаһы һалып һипһәң, ҡыярҙарығыҙ йомшаҡ булмаҫ.

Ҙур һауытҡа икмәк һыныҡтарын да  һалып ҡуям, уның һыуы ла яҡшы ашлама.  Һөттө лә ҡушып ебәрәм. Уны ла ҡыярҙар ярата.

Ғөмүмән, тәрбиә булғанда үҫентеләр яҡшы үҫә. Һыу һибеп, төптәрен йомшартып торһаң, уңышы ла ҡыуандырыр.

Помидорҙар бешә башлаһа ла, улар тәрбиәгә мохтаж. Ямғырлы йыл булһа, помидорҙар бешә башлағас япраҡтарын алырға тырышам, эҫе һауа торошо булғанда теймәйем. Сөнки ҡояштың емештәрҙе яндырыуы ихтимал, - тигән кәңәштәрен еткерҙе Фәүзиә апай.

Фото: Фәүзиә Насирова.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

 
 
 
 
 
 
Помидоры ла, ҡыяры ла уңа
Помидоры ла, ҡыяры ла уңа
Помидоры ла, ҡыяры ла уңа
Автор:
Читайте нас: