Түбәнге Төкөн ауылы халҡы изге айҙа изге эштәрен дауам итә. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына ярҙамдарын туҡтатмай. Райондашыбыҙ, Малай ауылы егете, госпиталгә ярҙам кәрәк, тип мөрәжәғәт итеү менән, райондың бер-нисә ауылы дәррәү эш башланы. Әлбиттә, Түбәнге Төкөн ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы. Улар тиҙ арала 15 мендәр эшләп бирҙе.
Күмәк көс менән маскировкалау селтәре үреү эше лә яҡшы ырай. Бишенсе селтәр ҙә әҙер инде! Уны ялға ҡайтҡан егеттәргә биреп ебәрергә планлаштыралар.
- Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтһындар! Изге айҙа теләгән изге доғаларыбыҙ ҡабул булһын һәм илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен! - тиҙәр тырыш яҡташтар.