Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
21 Март , 10:14

Тормош йөгөн бергә тарталар

Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән парҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың тормошо гел шатлыҡтан да тормағандыр, борсолоу- һағыштары ла булғандыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар ғаилә усағына һүнергә ирек бирмәйенсә, ялҡын өҫтәп, дөрләтер өсөн бөтә көсөн һалғандар.

Тормош йөгөн бергә тарталар
Тормош йөгөн бергә тарталар

Тормош йөгөн бергә тарталар

Оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер иткән парҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың тормошо гел шатлыҡтан да тормағандыр, борсолоу- һағыштары ла булғандыр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар ғаилә усағына һүнергә ирек бирмәйенсә, ялҡын өҫтәп, дөрләтер өсөн бөтә көсөн һалғандар.

Шундай парҙарҙың береһе – Үрге Төкөн ауылынан Мәрйәм һәм Са­лауат Ҡунаҡбаевтарҙың бергә донъя көтөүҙәренә күптән түгел 61 йыл тулды.

77 йәшлек Мәрйәм Мансур ҡыҙы һәм 82 йәшлек Салауат Сәйфулла улы оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә гөрләтеп донъя көтәләр. Бө­гөнгө көндә улар ике ат, ике һыйыр, ике башмаҡ һәм бихисап ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Трактор менән бесәнен дә үҙҙәре әҙерләйҙәр. Әлбиттә, был эштә улы менән килене, ейәне ҙур ярҙам күрһәтә.

Әле булһа бер-береһенә бөтмәҫ наҙ һәм һөйөү тулы күҙҙәр менән баҡҡан Ҡунаҡбаевтарҙың ғаиләһе­нең барлыҡҡа килеү тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ.

- Урлап алдым бит мин Мәрйәмде. Миңә ул саҡта 22 йәш ине. Тракторҙа жом, силос ташыйым. Түбәнге Төкөн ауылындағы 17 йәшлек сибәр һауынсы ҡыҙҙы тәү күреүҙән оҡшаттым. Ҡыҙы­быҙ йәш әле тип ата-әсәһе лә, үҙе лә риза булмағас, бер кисте фермала де­жур иткән сағында егеүле ат менән барып урлап алып ҡайттым. Аллаға шөкөр, шунан бирле матур итеп донъя көтәбеҙ, - тип көлә-көлә һөйләй Сала­уат ағай.

- ЗАГС-ҡа торорға йәшем дә ет­мәгән ине әле. Ике йыл үткәс, Юлай улыма туғыҙ ай тулғас ҡына, келтерләп бөткән иҫке генә велосипедҡа икәүлә­шеп ултырҙыҡ та Ҡамышлыға барып яҙылышып ҡайттыҡ, - тип йылмай­ып дауам итә уның һүҙҙәрен Мәрйәм апай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланып, атаһын яу яланына оҙатҡан саҡта 15 көнлөк сабый булып ҡала Салауат Ҡу­наҡбаев. Атаһы һуғыштан әйләнеп ҡайтҡанда, биш йәшлек улының ҡыу­анысы эсенә һыймай. Дәһшәтле йыл­дарҙың аслыҡ-яланғаслығын татып өлгөргән малай атаһы алып ҡайтҡан ике буханка икмәкте күреп хайран ҡала. Икмәк ошолай була икән тип, бер буханка икмәкте кимерә-кимерә ҡосаҡлап йоҡлап китә сабый. Атаһы менән күрешергә килгән кешеләр икмәк ҡосаҡлап йоҡлап ятҡан малай­ҙы күреп, шатлыҡ һәм һағыш менән тулы күҙ йәштәрен тыя алмайҙар.

Һуғышта ауыр яраланып ҡайтҡан атаһының, бер-бер артлы тыуған дүрт һеңлеһенең һәм әсәһенең оло терә­ге була Салауат ағай. Аталары мәрхүм булғас, донъя йөгө иһә тулыһынса уның иңенә төшә. 16 йәшендә генә тракторсылар курсын бөтөп, ең һыҙға­нып колхоз эшенә тотонорға мәжбүр була һәм 42 йыллыҡ стаж менән хаҡлы ялға сыға.

Килен булып төшкәс, Мәрйәм апай һауынсылыҡ эшен дауам итә, 35 йыл­дан ашыу стажға эйә була.

- Фермала бергә эшләнек. Үҙебеҙгә йорт һалып сыҡҡансы, өс йыл ҡәйнә һәм дүрт ҡайынһеңлем менән бергә торҙоҡ. Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булды. Аслыҡты, ауыр заманды күрҙек. Балыҡҡа бай булған Көшкәр күленә рәхмәтлебеҙ, аслыҡтан ҡотҡарҙы, барса халыҡты туйындырҙы. Шуға ла беҙҙең яҡта кеше аслыҡтан үлмәне. Элек балыҡтар һимеҙ, эсе тулы ыуыл­дырыҡ була торғайны. Алабуғаны мейескә ырғытабыҙ ҙа, ыуылдырығын ғына ашаһаҡ туя ла ҡуя инек. Хатта, рустар ҙа ауылыбыҙға күсеп килеп, бер урам булып йәшәне, - тип хәтер­ләй һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы Мәрйәм апай.

Ҡунаҡбаевтар ике балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биргән. Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап, эшһөйәр бу­лып үҫәләр. Юлай улдары ғаиләһе менән ошо уҡ ауылда тырышып донъя көтә. Ҡатыны Гүзәлиә менән биш ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Килендәрен үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итәләр Мәрйәм һәм Сала­уат Ҡунаҡбаевтар.

Ҡыҙҙары Миңзилә юғары белем алып, күп йылдар Олокүл мәктәбендә физика-математика фәндәренән уҡы­та. Бер ул әсәһе.

Ҡунаҡбаевтар 61 йыл ғүмер эсендә үҙҙәренә ике йорт һалып сыҡҡандар. Шулай уҡ улына ла йорт һалырға ярҙам итәләр. Әлеге көндә улар 6 ейән-ейән­сәр, 9 бүлә-бүләсәрҙәренең яратҡан олатай-өләсәйҙәре һәм оло терәктәре. Олпат йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан һаман да:

- Балаларға, ейән-ейәнсәрҙәргә ярҙам итмәйенсә булмай. Шулар өсөн тырышабыҙ. Ғүмер буйы утынын да үҙебеҙ әҙерләнек. Йорттарға газ ин­гәнгә алты ғына йыл. Рәхәткә сыҡтыҡ хәҙер, - тиҙәр Ҡунаҡбаевтар бер та­уыштан.

- Мәсеткә барыуы ғына ҡыйыны­раҡ, шулай ҙа биш намаҙымды ҡал­дырмайым, үҙем белгән доғаларымды уҡып, илебеҙгә тыныслыҡ, халҡыбыҙға именлек теләп кенә ултырам, - тигән изге теләктәрен еткерҙе Мәрйәм апай.

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн “Хеҙмәт һәм тыл ветераны”, “Һуғыш балаһы” тигән исемдәргә лай­ыҡ булған Ҡунаҡбаевтарға артабан да яҡындарының игелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.

Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: