Йомғаҡ яһалды, пландар билдәләнде
Район ҡулланыусылар йәмғиәте үҙҙәренең пайсылары менән йыйылыш үткәрҙе. Унда 2023 йыл йомғаҡтары, 2024 йылға пландар һәм башҡа һорауҙар ҡаралды.
Отчет йыйылышта Башпотребсоюз идараһы рәйесе Венер Ильясов һәм район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров ҡатнашты.
Иң тәүгеләрҙән булып һүҙ алған район ҡулланыусылар йәмғиәте Советының рәйесе Рәүис Хажиев үткән йылға финанс-хужалыҡ эшмәкәрлек һәм пайсыларҙың наказдарын үтәү буйынса отчет тотто. Артабан сығыш яһаусыларҙың барыһы ла район ҡулланыусылар йәмғиәтенең алдынғылар рәтендә барыуына баҫым яһаны. Ысынлап та, предприятие бик күп күрһәткестәр буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Әлеге көндә бында тәүлегенә 12 тонна икмәк-ҡалас һәм 500 килограмм кондитер изделиелары етештерелә. Шулай уҡ улар 100-ҙән ашыу төрлө һәм сифатлы продукция сығарыла. Бында етештерелгән аҙыҡ- түлек республиканың барлыҡ төбәктәрендә танылыу алған. Үҙ эштәрен яратып башҡарыусы хеҙмәткәрҙәр көнө-төнө хуш еҫле, тәмле ризыҡтары менән ҡулланыусыларҙы ҡыуандыра. Был турала үҙҙәренең сығыштарында Венер Зәки улы һәм Әлфир Фәрхәт улы ла бәйән итте.
- Һәр ерҙә хужа кеше үҙе янып торорға тейеш. Бына шул ваҡытта ғына эш алға бара. Был яҡтан беҙҙең Райпо уңды. Рәүис Әбүзәр улы предприятиены аяҡҡа баҫтырҙы, алдынғылар рәтенә сығарҙы. Уны һәм шулай уҡ бында эшләүсе уңған хеҙмәткәрҙәрҙе тәрбиәләгән ата-әсәләренә рәхмәт. Ҡасандыр таҡта сәйҙәрҙе бүлеп кенә бирһәләр, хәҙер магазин кәштәләрендә йәнең теләгән аҙыҡ-түлек бар, - тигән ялҡынлы телмәр тотто Әфҡәт Ниғмәтуллин һәм бер аҙ элекке заманаларҙы хәтергә алды.
- Әфҡәт Мәүләмбирҙе улы ике көнгә бер булһа ла магазинға инеп сыға. Берәй нимә етешмәһә, шунда уҡ миңә шылтыратып иҫкәртә, үҙенең эшлекле тәҡдимдәрен әйтә. Ғөмүмән, ул бар ергә лә өлгөрә. Үҙе – ауыл муллаһы ла, Ветерандар советы рәйесе лә. Һәр бер сарала әүҙем ҡатнаша һәм үҙе лә ойоштора, - тине Рәүис Әбүзәр улы 89 йәшлек хеҙмәт уҙаманы тураһында.
Сараның иң тантаналы өлөшөндә бүләкләнеүселәр байтаҡ булды.
Шайморатов ауылы кооператив участкаһы рәйесе Әфҡәт Ниғмәтуллин, “Ҡырмыҫҡалы” ҡулланыусылар йәмғиәте кассиры Рәйсә Ғәҙелшина, “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты” экспедиторы Альбина Мусина Бапотребсоюздың, ә Ҡырмыҫҡалы икмәк пекарняһы мөдире Гөлшат Бакирова муниципаль район Советының Почет грамоталарына эйә булды. Шулай уҡ “Ҡырмыҫҡалы” ҡулланыусылар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Юлия Зайцева – “Иң яҡшы икмәк бешереүсе”, Николай Дмитриев – “Иң яҡшы водитель”, Иҫке Бәпес магазины мөдире Рәйсә Ғимранова – “Иң яҡшы һатыусы”, “Уют” ҡулланыусылар кооперативынан Флүрә Баҡыева – “Иң яҡшы ашнаҡсы” дәрәжәләре алды.
Ҡырмыҫҡалы ҡулланыусылар йәмғиәте Советы һәм беренсел профсоюздар ойошмаһының Почет грамоталары менән “Ҡырмыҫҡалы” ҡулланыусылар йәмғиәте водителе Закир Сәфәрғәлиев, икмәк бешереүсе Зилә Ураҙғолова, Үтәгән магазины мөдире Зөлфиә Сөләймәнова, Шайморатов ауылы һатыусыһы Гүзәл Лотфуллиналар бүләкләнде.
Райондың иң алдынғы предприятиеһына алдағы көндәрҙә лә тик уңыштар ғына йылмайһын.