Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
26 Ғинуар , 14:21

Донъябыҙ күрке – мөхәббәтле ғаилә

Матур ғаилә – ил күрке тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъ­яларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ.

Донъябыҙ күрке – мөхәббәтле ғаилә
Донъябыҙ күрке – мөхәббәтле ғаилә

Донъябыҙ күрке – мөхәббәтле ғаилә

Матур ғаилә – ил күрке тип бушҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъ­яларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланып ҡына ҡалмайбыҙ, уларҙан өлгө лә алабыҙ.

 Ҡабаҡ ауылында ла шундай ғаилә бар. Уларҙың йорттары әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып, күҙҙең яуын алып тора һәм: “Бында уңған хужалар йәшәй” тип үҙе тураһында һөйләй.

Өй эсенә килеп инеү менән бы­ның ысын икәненә тағы бер тапҡыр инанаһың. Заманса ике ҡатлы йорт эс яҡтан да балҡып тора. Бында йүге­решкән балалар уға тағы ла йәм өҫтәй. Кемдең йорто тураһында һүҙ бара тиһегеҙме?

Ауылға йәм биреп ултырған күр­кәм ғаилә усағын дөрләтеүселәр – Флорида һәм Әлфир Фәйзуллиндар. Бына ошондай гөрләтеп донъя көткән парҙар районыбыҙҙың бәҫен күтәрә, данын арттыра. Уларҙың бер-береһенә иш булып йәшәүҙәренә ун өс йыл.

Беҙҙе ихлас ҡаршы алған хужа­бикә, Ҡырмыҫҡалы Балалар сәнғәт мәктәбенең Ҡабаҡ ауылы филиалы­ның гитара класы уҡытыусыһы тыу­мышы менән Йәрмәкәй районынан. Урау юлдар аша ул ошо, үҙенең күңеле ҡушҡан һөнәргә эйә булған. Мәктәпте тамамлағас, ауылда тыуып үҫеп, йорт хайуандарын яратҡан кеше булараҡ ве­теринар фельдшеры һөнәренә уҡырға инә. Ата-әсәһенең музыкаль һәләте күскән, 7-се кластан алып үҙе йырҙар ижад итеп, гитарала уйнаған һәм йыр­лаған ҡыҙ унда уҡыған саҡта сәхнәнән төшмәй. Флорида Наил ҡыҙының та­лантын күреп-белгәндәр уға артабанғы тормош юлын сәнғәт менән бәйләргә тәҡдим итә. Шулай итеп, йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт-ағартыу училищеһына килә. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлаған йәш белгес тыуған яҡтарында хор бүлегендә эш башлай һәм юғары белем алыу ниә­те менән Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка-компьютер технологияһы факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә уҡырға инә.

Буласаҡ тормош иптәше менән тап ошо уҡыу йортонда таныша­лар. Әлфир Фидаил улы үҙенең тәүге техник белеме булыуына ҡа­рамаҫтан, шулай уҡ юғары белем алырға ниәт итә. Бында үҙенең мөхәббәтен осратҡас, теләгәнемде таптым инде ти ҙә, уҡыуын арта­бан дауам итмәй. Әлеге көндә ул “Кировец” йәмғиәтендә һанлы программа менән идара итеү ста­ногы операторы булып эшләй.

Флорида Наил ҡыҙы уҡыуын тамамлағас, йәштәр өйләнешә һәм Әлфир Фидаил улының ты­уған ауылы Һалйығотҡа ҡайталар. Йәш ғаилә шул ваҡытта уҡ үҙ оя­лары хаҡында хәстәрләй башлай. Көн һайын бер генә аҙым яһаһаң да, маҡсат иткән ереңә яҡыная бараһың, тигәнме әле бер аҡыл эйәһе? Шуның кеүек, улар ҙа Ҡа­баҡ ауылынан ер алып, маҡсатта­рына табан баралар. Йәштәрҙең тырышлығы һөҙөмтәһе булып, бер нисә йылдан иркен йорт ҡалҡып та сыға. Ғаилә 2015 йылда үҙ йорт­тарына күсә.

Музыка белгесенә ауылда эш булмағас, эшһеҙ ятып өйрәнмәгән йәш килен тиҙ генә курс үтеп, за­правкаға эшкә төшә. Ҡырмыҫҡа­лы Балалар сәнғәт мәктәбе ди­ректоры Хәниф Батталов Ҡабаҡ ауылында яҡшы белгес йәшәгән­леген белеп ҡала һәм бында фили­ал асырға ҡарар итә. Шулай итеп Флорида Наил ҡыҙы гитара класы уҡытыусыһы булып эш башлай.

- 2013 йылда эш башлап ебәрҙем. Гитара ҡылдарын сиртер­гә өйрәнергә теләүсе балалар күп кенә йыйылды, - тип хәтерләй ул үҙенең тәүге эш көндәрен.

Фәйзуллиндар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Уларҙың барыһы ла бейергә һәм йырларға ярата. Илнар ауыл мәктәбенең 4-се кла­сында уҡый, сәнғәт мәктәбендә хореография менән шөғөлләнә. Биш йәшлек Айлина балалар баҡ­саһына йөрөй, ә Розалияға 11 ай.

Йорт хужаларының ҡулдары оҫта, ә үҙҙәренең уңған булыуы тураһында юғарыла әйткәйнем инде.

- Яйыраҡ булһа ла, сифат­лы булһын тип, йорт төҙөүҙәге бар эште лә тормош иптәшем үҙе башҡарҙы. Ҡулымдан килгәнсә мин дә ярҙам иттем, - ти хужабикә был турала.

Яңы йыл байрамына йортта­рын тыштан да, эстән дә зауыҡлы итеп биҙәгән Фәйзуллиндар. Хат­та, йорт алдына төрлө хайуандар һындарын эшләп ҡуйғандар. Был тирәнән үткән һәр кеше туҡталып, оҙаҡ ҡына һоҡланып ҡарап тора.

Бөгөнгө мәҡәләм геройҙары, бер яҡтан ҡарағанда, ауыл ерен­дә йәшәүсе ябай ғаилә, ә икенсе яҡтан улар тормошта үҙ урынын тапҡан һоҡланғыс пар һәм өс ба­ланың һөйөклө ата-әсәһе. Артабан да шулай ғаиләләрендәге бәхет­тең, мөхәббәттең ҡәҙерен белеп, бер-береһен һаҡлап, ихтирам итеп йәшәргә яҙһын уларға.

Донъябыҙ күрке – мөхәббәтле ғаилә
Донъябыҙ күрке – мөхәббәтле ғаилә
Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: