Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
7 Декабрь 2023, 10:21

Ер һулышын тойоп эшләй

Уңыш йыйыу тамамланып, ҡышҡа ингән мәлдә “Уңыш” йәмғиәте эшсеһе Сабирйән Хөсәйенов менән осрашырға тура килде.

Ер һулышын тойоп эшләй
Ер һулышын тойоп эшләй

Ҡарлыман ауылы егете Сабирйән Абдрахман улының ерҙә эшләү теләге бала сағынан, мәктәп йылдарынан уҡ килә. “Атайым бригадир ярҙамсыһы һәм учетчик ине. Беҙҙең өйгә эш буйынса агрономдар йыш килә торғайны. Бына шул саҡтарҙа агроном булыу теләге тыуҙы ла инде”, - ти ул.
Сабирйән Хөсәйенов урта белем алғандан һуң хеҙмәт юлын Салауат исемендәге колхозда башлап ебәрә. Бер йыл төрлө эштәрҙә эшләгәс, армия сафына алына. Прибалтикала сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тыу­ған ил алдындағы бурысын үтәгәндән һуң, маҡсатын тормошҡа ашырыу өсөн Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡып, агроном һөнәрен ала. Тыуған ауылына ҡайтып, бригадир ярҙамсыһы, комсорг була. Артабан маҡсатлы егет белемен камиллаштырып, Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтында уҡып ҡайта. Йәш егет тиҙ арала үҙенең белгес булыуын раҫлай. Уны икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары дәртләндерә. “Эшкә килгәс, һәр кемдең нәсихәтсеһе була. Минеке Рәсил Зәйнуллин булды. Тәжрибәле, үҙ эшен яҡшы белгән агроном юғары сифатлы итеп иген үҫтереү ҡағиҙәләрен өйрәтте. Уға бөгөнгө көндә лә рәхмәтлемен”, - ти ул.
Юғары белемле белгес Салауат исемле колхозда бригада агрономы булып оҙаҡ йылдар тырышып хеҙмәт итә. Был йылдарҙа Салауат исемендәге колхоз район буйынса һәр саҡ алдынғы була. Улар эҙләнә, сифатлы орлоҡ сәсергә тырыша, яңы ысулдар ҡуллана. Ул йылдарҙа колхозда бер нисә агроном була. Тәжрибәле агрономдар рәтенә баҫып, улар менән тиң тороп эшләргә тырыша. Ҡулдарында икмәк яҙмышы икәнен белеп, иген үҫтереү белгестәре кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп эшләйҙәр. Ер йомарт, уңдырышлы булһын өсөн ашлау ҙур ролде уйнағанын аңлайҙар. Уңыштар булһа, ҡанатланып эшләйҙәр, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшәләр...
Хәҙер инде Сабирйән Хөсәйеновтың ауыл хужалығы тармағындағы дөйөм хеҙмәт стажы 40 йылға яҡын. Ошо оҙаҡ йылдар дауамында иген үҫтереү эшенең һәр аҙымын ятлап бөтөргән. Орлоҡто баҫыуға сәскән көндән алып, яңы уңыш алғансыға тиклем ул баҫыу юлында була. Сәсеү һәм уңышты урып йыйыу осоронда игенселәр көндө төнгә ялғап эшләйҙәр. Әммә механизаторҙар ике сменала эшләһә, агрономдың сменаһы юҡ, ул - барыһы өсөн яуаплы, эште ойоштороусы.
- 90-сы йылдарҙа донъялар үҙгәреп киткәс, заман елдәре мин эшләгән Салауат исемендәге колхозға ла ҡағылды. Ул тәүҙә “Алатау”, хәҙер “Уңыш” йәмғиәте булды. Хужалыҡтың исеме үҙгәрһә лә, есеме шул килеш ҡалды. Беҙ - ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләүселәр.
Әлеге көндә “Уңыш” йәм­ғиәтенең Ҡырмыҫҡалы бүлексәһендә управляющийҙың ярҙамсыһы - бригадирмын. Эш барышын, води­телдәрҙең, механизатор­ҙарҙың эшен контролдә тотоу бурысым булып тора. Хәҙер хеҙмәт шарттары башҡаса, заманса техникалар баҫыуҙарҙы иңләй, хеҙмәт хаҡы юғары, тик тырышып эшлә генә.
Ғөмүмән, мин тыуған ауылымда йәшәүем һәм хеҙмәт итеүем менән бәхетлемен. Хеҙмәт шарттары буйынса төрлө саҡтар булды, тик бер ваҡытта ла эш урынын ташлап китеү уйымда булманы, - ти ул ғорурлыҡ менән.
Сабирйән Абдрахман улының фиҙаҡәр хеҙмәте етәкселек тарафынан баһаланып тора. Төрлө йылдарҙа үҙе эшләгән хужалыҡтан, БР Ауыл хужалығы министрлығынан Маҡтау ҡағыҙҙарына, РФ Ауыл хужалығынан Рәхмәт хатына лайыҡ була.
Бөгөнгө көндә ул - тәжрибәле ауыл эшсәне, белгес. Күпме йылдар үткән, күпме һыуҙар аҡҡан, уның байтаҡ ғүмер юлы баҫыу-ҡырҙар аша үткән. Пенсия йәше арттырылыу сәбәпле хаҡлы ялға сыҡмаған әле. Ул һаман да бар эштәргә өлгөрөү өсөн етеҙ һәм өлгөр.
Ысын ер улы Сабирйән Хөсәйеновҡа алдағы көндәрҙә лә эшендә уңыштар теләйбеҙ.
Фәниә Сәлимгәрәева.
Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас: