Даирә
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
16 Ноябрь 2023, 12:15

Тормош һынауҙарҙан тора

Тормош бит ул – һынауҙар аша үткән баҫҡыс. Ул беребеҙгә лә еңел генә юлдар әҙерләп ҡуймаған. Донъя тигәнең ҡай саҡ һыртын да ҡуя. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әҙәм балаһы тәбиғәте менән бик көслө һәм тормош ҡуйған һынауҙар алдында бөгөлөп төштөм тигән саҡта ла ҡабаттан аяғына баҫырға көс таба.

Тормош һынауҙарҙан тора
Тормош һынауҙарҙан тора

 Үрге Төкөн ауылында йәшәүсе Ғә­зим Биктимеровты ла яҙмыш һынауҙа­ры урап үтмәй һәм ауырлыҡтар менән сыныҡтырып үҫтерә. Бәләкәйҙән үкһеҙ етем ҡалып, балалар йортонда тәр­биәләнгән үҫмер 18 йәше тулыу менән әрме сафына алына. Хәрби бурысын лайыҡлы үтәгәндән һуң ул тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. Йәшлек дәрте ташып торған егет­те яҡташтары ҡыуанып ҡаршы ала һәм уға иң яуаплы һаналған комсорг эшен ышанып тапшыра. Ғөмүмән, Ғәзим Әхмәт улы бер эштән дә ҡурҡып тормай һәм артабан да тырышып колхоз эшенә егелә. Фермала ла, балыҡсылыҡ хужа­лығында ла ең һыҙғанып, алдынғылар рәтендә хеҙмәт итә ул.

Үҙе кеүек тырыш һәм уңған Түбән­ге Төкөн ауылы һылыуы Рима Лот­фулла ҡыҙы менән матур ғаилә ҡо­роп ебәрәләр. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Рәсимә, улдары Илнур донъяға килә һәм Биктимеровтар ғаиләһенә бөт­мәҫ-төкәнмәҫ ҡыуаныс хистәре бүләк итә.

Әлеге көндә Ғәзим Биктимеров үҙенең яратҡан кәсебе – балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә һәм көн-төн тиер­лек йылға-күл буйҙарын иңләй. Шуға ла беҙ уны өйҙә тап итә алманыҡ. Үҙ көстәре менән дүрт йыл элек кенә һа­лып сыҡҡан иркен, яҡты йортта беҙҙе ихлас ҡаршы алған алсаҡ хужабикә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған баҫалҡылыҡ һәм тыйнаҡлыҡ менән үҙҙәренең тормош юлдарын ҡыҫҡаса бәйән итте.

- “Атайлы бала – арҡалы бала” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Үҙем дә атайһыҙ үҫкәс, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен яҡшы аңлайым. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаһам да, артабан белем алыу эләкмәне. Әсәйемә ярҙам итергә тырышып, фермаға эшкә төштөм. Кейәүгә сыҡҡас та был эшем­де дауам иттем. Колхоз бөтөп, эш ҡал­мағас, ауыл халҡына ҡыйынға төштө, әлбиттә. Шулай ҙа бирешмәнек, бала­ларыбыҙҙы уҡытыр өсөн бар тырыш­лығыбыҙҙы һалдыҡ. Баҡса тултырып бәрәңге, сөгөлдөр ултырттыҡ, күп итеп мал аҫраныҡ. Үҙебеҙҙән ҡалғанды һа­тырға ла өйрәтте ул заман елдәре. Әлеге көндә ҡорған донъябыҙға ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, барыһына ла шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Һәр ауыл кешеһе кеүек мал көтәбеҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ. Хәҙер ауыл халҡы ла рәхәткә сыҡты. Йорттарға газ һәм һыу инде, - ти Рима Лотфулла ҡыҙы.

Йорт хужаһының бөтмөр, уңған икәнлеген ихатаға аяҡ баҫыу менән тойғайныҡ инде. Ә йәйге һәм көҙгө миҙгелдәрҙә гөл-сәскәгә күмелгән йорт алды хужабикәнең тылсымлы ҡулда­ры менән бәйле. Ҡул эштәренә маһир, аш-һыуға оҫта Рима Биктимерова ей­әнсәрҙәре менән бергәләп ихата эсендә бик күп төрлө матур фигуралар ҙа яһап ҡуйған.

Биктимеровтарҙың балаларының һәр береһе ғаиләләре менән үҙ аллы донъя көтә. Рәсимә Ғәзим ҡыҙы уҡы­тыусылыҡ һөнәрен һайлаған. Әлеге көндә Һәүәләй ауылы мәктәбендә уҡы­усыларға химия һәм биология фән­дәренән белем бирә. Ғаиләләрендә ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Илнур улдары юрист һөнәренә эйә булғас, бер аҙ полиция хеҙмәтендә эшләп ала. Әлеге көндә күп замандаштарыбыҙ кеүек үк уға ла, тормош иптәшенән һәм ике ҡыҙынан алыҫта - Себерҙә тир түгергә тура килә.

Етеш тормош, йәшәү бәхете егәрле­лектән килә, тиҙәр. Яҙмыш кәртәләрен йырып сығып, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, үҙ көстәре һәм тырышлыҡтары менән гөрләтеп донъя көткән Рима һәм Ғәзим Биктимеровтарҙың ғаиләһе быға асыҡ миҫал булып тора. Уларҙың киләсәк тормоштары ла шулай яҡты, нурлы һәм оҙон ғүмерле булыуын теләп ҡалабыҙ.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: