Сөбхәналлаһ, күҙ теймәһен, бына бәхет ҡайҙа ул!
Ҡалала тыуып үҫеп тә, ауыл тормошона мөкиббән китеп ғашиҡ булған кешеләр менән һоҡланмау мөмкин түгел. Иҫке Муса ауылында йәшәгән Гүзәл Ғөзәйерова тап шундайҙарҙан.
Гүзәл Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, медицина колледжына уҡырға инә. Шәфҡәт туташы һөнәре алған ҡыҙ ошо уҡ колледждың фармацевтика бүлегендә белем алған Иҫке Муса ауылы егете Айгизәр Ғөзәйеров менән танышып, ауылға килен булып төшә.
Ауыл фельдшеры, Гүзәлдең ҡәйнәһе Әлмира апай Ғөзәйерова килене менән тәү тапҡыр күрешеүе хаҡында:
- Улыбыҙ буласаҡ киленде күрһәтергә алып ҡайтҡанда, беҙ силос ташып йөрөй инек. Гүзәл күп тә уйлап торманы, силос ташлай башланы. Ҡалала үҫкән ҡыҙҙың ауыл эшен белгәненә һәм оҫта ғына башҡарғанына иҫебеҙ китеп, оҙаҡ ҡына аптырап ҡарап торҙоҡ. Шул уҡ көндө аҙбарға инеп, мал да ҡарашты. Шөкөр, киленебеҙҙе тәү күреүҙән оҡшаттыҡ, - ти.
- Эйе, ҡалала үҫһәм дә, йәйге каникулдарымды ауылда, өләсәйемдә үткәрҙем. Бала саҡтан ауылдағы барлыҡ эштәрҙе яратып башҡарҙым. Бигерәк тә бесән эшләү мәлен яратам. Һигеҙ йәштән һыйыр һауырға өйрәндем, - тип дауам итте һүҙҙе Гүзәл.
Иҫке Муса ауылына килен булып төшкәс тә, фельдшер-акушер пунктына шәфҡәт туташы булып эшкә урынлаша ул. Бына инде биш йыл буйы ҡәйнә менән килен ҡулға-ҡул тотоношоп бергә эшләйҙәр.
- Бала саҡтан шәфҡәт туташы булырға хыялландым. Биш йәшемдә үк әсәйемә был турала әйтеп ҡуйҙым һәм ошо маҡсатыма ирештем, - ти ул үҙенең яратҡан эше тураһында.
Һәр саҡ алдына ҡуйған маҡсатына табан барған ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының дауалау физкультураһы һәм реабилитация факультетында юғары белем алыуға өлгәшә.
Гүзәл менән Айгизәр Ғөзәйеровтар ғаиләһе шулай уҡ фермерлыҡ эше менән дә шөғөлләнәләр. Бөгөнгө көндә уларҙың 7 һыйыры, күп кенә үгеҙҙәре, быҙауҙары, һарыҡтары, бройлерҙары бар.
Иртә таңдан тороп, эшкә киткәнгә тиклем һәм эштән ҡайтҡас та Гүзәл һыйырҙарының һөтөн эшкәртә. Ниндәй генә һөт ризыҡтары әҙерләмәй ул! Гүзәл әҙерләгән йогурт, эремсек, ҡорот, ҡатыҡ, кефир, Адыгей сыры, ҡуйыртылған һөт, ҡаймаҡтарҙы бер тәмләп ҡараған кешеләрҙең барыһы ла уларҙың даими клиенттарына әүерелгән. Һөт ризыҡтарының барыһын да үҙе эшләргә өйрәнгән.
Әҙер продукцияны һатырға Гүзәлдең ҡайныһы Наил Ғөзәйеров ярҙам итә.
Ауылда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең эшен һанап та бөтөргөһөҙ. Гүзәл дә ҡәйнәһе менән бергә ҡартын да, йәшен дә, яңы тыуған сабыйын да хеҙмәтләндерә. Улар бергәләшеп диспансеризация үткәрә, анализға ҡан ала, төрлө профилактик эштәр башҡара, ЭКГ һәм прививкалар эшләйҙәр.
- Эшемде шул тиклем ныҡ яратам. Нәҡ ошо һөнәрҙе һайлауым өсөн ҡыуанып бөтә алмайым. Бала саҡтан эш һөйөп үҫкәс, бер эштән дә ҡурҡмайым. 13 йәштән үҙ аллы аҡса эшләү теләге менән иҙән йыуырға эшкә урынлаштым. Әсәйем беҙгә – өс балаға бөтә эштәрҙе лә өйрәтте. Был ирҙәр эше тип ҡарап тормайбыҙ, апайым да, үҙем дә һәр эште эшләйбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Медицина хеҙмәткәре булған апайым хатта иретеп йәбештереү эштәрен дә үҙе башҡара. Ағайым менән бергәләшеп мебель йыйырға ла өйрәндек, - тип көлә Гүзәл.
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре араһында Гүзәл баҡса үҫтерергә, яратҡан ғаиләһе өсөн тәмле аштар әҙерләргә, телде йоторлоҡ бәлештәр бешерергә, селтәр кеүек ҡоймаҡтар ҡойорға ла өлгөрә. Саҡ ҡына буш ваҡыты килеп сыҡһа, сигеү эштәре менән шөғөлләнә, уйынсыҡтар тегә, бисерҙан төрлө биҙәүестәр эшләй. Эшләгән әйберҙәрен һатып та ебәрә.
Декрет ялында ла Гүзәл тик ятмаған. Ауыл клубында балаларға бейеү түңәрәге алып барған, оло йәштәгеләргә фитнес күнекмәләре өйрәткән. Сентябрҙән был эшкә тағы тотонмаҡсы. “Был һәләтең ҡайҙан килгән?” тигән һорауға:
- Музыка мәктәбендә уҡыным, бейеү буйынса белем алдым, - тип яуаплай.
Һәр эштә әүҙем әңгәмәсем күптән түгел ауылдың барлыҡ велосипедсыларын йыйып алып, марафон ойошторған. Улар күмәкләшеп Зәңгәркүлгә барғандар, тауға менгәндәр.
Ауыл халҡы йәш киленде шунда уҡ үҙ иткән. “Үҙеңә генә оҡшап торған килен алғанһың, үҙеңә алмаш була, Алла бирһә”, -ти икән ауыл халҡы Әлмира апайға.
Дүрт йәшлек Арина ла әсәһенән ҡалышмай, гел уның менән бергә йөрөй. Ҡыҙ балалар баҡсаһында уҙғарылған бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша һәм үҙен оҫта бейеүсе, гимнастка итеп танытырға ла өлгөргән. Өйҙә иһә ул барлыҡ ғаилә ағзаларын гимнастика эшләтә, өләсәһе һәм әсәһенән күреп, төрлө “дауалау курстары” үткәрергә лә онотмай.
“Киләсәк тормошоңдо нисегерәк күҙаллайһың, ауылдан китергә йыйынмайһығыҙмы?” тигән һорауыма:
-Ауыл тормошон ташларға һис ҡасан уйлағаныбыҙ ҙа юҡ. Беҙгә барыһы ла оҡшай. Үҙебеҙгә йорт һалып сыҡтыҡ. Тиҙҙән фельдшерға уҡып алырға уйлайым. Ҡыҙым әҙерәк үҫә төшкәс, юғары медицина белеме алырға тигән маҡсатым да бар әле, - ти Гүзәл.
Эш һөйөүсе ғаилә тырышып донъя көтә. Барлыҡ эштәрҙе лә улар бергәләшеп башҡара. Мәҫәлән, Айгизәр аппарат менән һыйырҙарҙы үҙе һауһа, Гүзәл һөттө эшкәртеү өсөн яуаплы.
Башҡа йәштәр кеүек Ғөзәйеровтарҙың сәйәхәт итергә, донъя күрергә ваҡыттары ла ҡалмай.
-Һыйырҙарҙы ҡалдырып китеп булмай шул. Бар нәмәне лә тик үҙем генә эшләп өйрәнгәнмен. Шуға күрә эшебеҙҙе кемгәлер ҡалдырып китеү тураһында уйлап та бирмәйбеҙ. Шулай ҙа ғаиләбеҙ менән үҙебеҙҙең яҡтарҙың йәмле тәбиғәтендә ял итергә, киноларға йөрөргә ваҡыт табабыҙ, - ти улар был турала.
Ошондай матур ғаилә менән нисек итеп һоҡланмайһың инде? Һоҡланырлыҡ шул! Сөбхәналлаһ, күҙ теймәһен, бына бәхет ҡайҙа ул! Йәш ғаиләнең киләсәк тормошо ла тик ҡыуаныслы ваҡиғалар менән генә үрелеп барһын!
Розалия НАЗАРОВА.