Бесән өлгөрҙө, оҙаҡҡа һуҙмайынса ғына сабып, йыйып, төктәргә төрөп ҡалырға кәрәк, тип көндө-төнгә ялғап эшләй улар. Беҙ барғанда Ҡустығол ауылы эргәһендә урынлашҡан баҫыуҙа “Уңыш” йәмғиәтенең 3-сө Константинова бригадаһы эш өҫтөндә ине.
- 80 процент майҙанда бесән йыйылды ла инде. 392 га – төрлө үләндәр, 110 га күп йыллыҡ үләндәр. Көнөнә 1000-әр төргәк бесән әҙерләнә. Көндәр бик эҫе тора, үлән көндөҙ бик тиҙ кибә, һынып бара, шуға күрә төндә генә төргәктәргә йыябыҙ.
Был эшкә 3 тығыҙлатҡыс, 1 бесән әйләндергес, 1 тейәгес, 3 трактор йәлеп ителгән. Эш ике сменала алып барыла, туҡланыу ойошторолған, - тип эш барышы менән таныштырҙы бригадир Максим Матвеев.
Максим Ҡырмыҫҡалы ауылынан. Автотранспорт колледжын тамамлаған егет “Уңыш” йәмғиәтендә водитель булып эш башлай. Һуңынан уны бригадир итеп үрләтәләр. Был вазифала эшләүенә дүрт йыл да булып киткән.
- Атай-әсәйем ғүмер буйынса колхозда эшләнеләр. Бәләкәйҙән ауыл хужалығына тартылып үҫтем, шуға ла миңә эшем оҡшай, - ти Максим Александрович.
Тракторҙы эйәрләүсе Борис Яковлев хаҡлы ялдағы тәжрибәле шофер. Бында килгәнсе ул 17 йыл район ҡулланыусылар йәмғиәтендә икмәк ташыған. Ә тейәгестә эшләүсе Петр Иргизкиндың йәмғиәттә эшләүенә дүрт йыл. Петр ҡатыны Ирина менән дүрт бала тәрбиәләй.
- Ауылда ҡалыуыма үкенмәйем. Хәҙер ауылда ла йәшәү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Йәмғиәттә хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләйҙәр, зарланырлыҡ түгел, - ти йәш ғаилә башлығы.
Үҙ эшен һәм ерҙе яратҡандар ғына ауыл хужалығында алһыҙ-ялһыҙ эшләргә һәләтле. “Уңыш” йәмғиәте хеҙмәтсәндәренә бер эш тә ҡарышмай. Бар күңелен һалып, дәртләнеп, булһын, тип тырышып башҡарғанға шулайҙыр, күрәһең.
Гөлсәсәк Аласова.