Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
28 Апрель 2023, 13:15

Һалдаттарға ярҙам йөҙөнән

Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Һәр кем ҡулынан килгәнсә мобилизацияланған егеттәргә ярҙам ҡулы һуҙа. Был ярҙамға Олокүл мәктәбенең уҡытыусылар коллективы ла ҡушылды.

Һалдаттарға ярҙам йөҙөнән
Һалдаттарға ярҙам йөҙөнән

- Әле ялға Олокүл ауылынан өс яугир ҡайтты. Әйткәндәй, уларҙың өсөһө лә беҙҙең мәктәпте тамамлаусылар. Беҙ ҙә ялға ҡайтҡан егеттәребеҙ менән осрашып, уларға бөгөнгө көндә нимә кәрәклеген белештек тә, мәктәп исеменән үҙебеҙҙең сығарылыш уҡыусыларына электр генераторы алып бирергә ҡарар иттек. Ул рацияны, тепловизорҙарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе зарядкалау өсөн бик ярап ҡаласаҡ,- ти мәктәп директоры Рөстәм Батталов.
Генераторҙы махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан “Пакистан” ҡушаматлы яугиргә тапшырҙылар.
- Мәктәп коллективына ҙур рәхмәт белдерәм. Бәләкәй генә прибор булыуға ҡарамаҫтан, ул егеттәребеҙҙең тормошон еңеләйтәсәк. Беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ, уртаҡ еңеүебеҙгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, бөтә яугирҙәрҙең дә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ,- тине Ҡарлыман ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Азат Әхмәтйәнов һәм Башҡортостан флагын бүләк итте.
Яугир бүләктәр һәм мәктәп йылдарында биргән тәрбиә өсөн уҡытыусыларына оло рәхмәтен белдерҙе. Артабан ул 8-9-сы класс уҡыусылары менән осрашты. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе, ә яҡташыбыҙ осрашыу барышында уҡыусыларға хәрби хеҙмәт, йәшәү шарттары, һалдаттар араһында командалыҡ рухы һәм дуҫлыҡ тураһында һөйләне.
“Пакистан” ошо ауылда тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлап, Ауырғазы күп функциялы колледжда һөнәр алғандан һуң, әрмегә барып, Һамар өлкәһендә ил алдындағы бурысын үтәп ҡайта. Армиянан ҡайтҡас, ике йыл тыуған төйәгенә хеҙмәт итә. 2022 йылдың октябрендә махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән юллана. “Бик күп таныштарым мобилизацияға эләккәс, ситтә тороп ҡала алманым. Ауыр булыуға ҡарамаҫтан, илебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Әлеге ваҡытта өсөнсө линияла торабыҙ. Унда алдағы линияларға ҡарағанда тынысыраҡ. Көрәштең алғы һыҙығында бик ауырға тура килә. Бер-ике сәғәт кенә серем итеп алабыҙ. Һәр ваҡыт уяу булырға кәрәк. Беренсе линияла яҡташтарыбыҙҙан килгән күстәнәстәр менән һыйланабыҙ йәиһә үҙебеҙ яланда бешерәбеҙ. Гуманитар ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, йышыраҡ хат та ҡушып яҙып һалығыҙ. Хаттар ауырлыҡтар алдында көс бирә, өшөгәндә йылыта. Мин дә Ефремкин мәктәбенән яҙылған хат алып ҡыуандым. Яҡындар менән ике аҙналап элемтәгә инә алмайбыҙ. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡалаға сығабыҙ, урамда балалар йүгереп килеп беҙҙе ҡосаҡлап алалар. Шул ваҡытта аңлайһың, һинең иңеңә тыныслыҡ өсөн ниндәй яуаплы һәм ҙур миссия һалынғанын. Әлбиттә, ҡурҡыныс, ләкин кемдер именлекте һаҡларға, тәртип булдырырға тейеш бит. Йәш быуынға теләгем – яҡшы уҡырға, кешелекле булып ҡалырға”,- тип теләген дә еткерҙе яугир. Сара һуңында уҡыусылар, уҡытыусылар батыр һәм ҡыйыу яугирҙең ҡулын ҡыҫып, бергә фотоға төшөп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ғаилә хәленә килгәндә, яугир күп балалы ғаиләлә донъяға килгән, өйләнгән, ҡыҙы тыуған.
Патриотик рухта тәрбиәләнгән, герой олатайҙарыбыҙ өлгөһөндә үҫкән быуынға ла һынау килде. Улар ҙа үҙҙәренең ватанға тоғролоғон раҫлап, илебеҙ алдындағы бурысты үтәү маҡсатында бөгөнгө көндә фронтҡа юллана. Әйткәндәй, ошо уҡ мәктәптең физика, математика уҡытыусыһы ла үҙ теләге менән унда ҡатнашырға теләк белдергән. “Беҙ йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләйбеҙ, быны үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәтергә тейешбеҙ. Элек-электән ир-егеттәр илебеҙҙе, атай-әсәйҙәрҙе, ғаиләбеҙҙе, балаларҙы һаҡлаған һәм яҡлаған”,- ти ул.
Ялға ҡайтҡан егеттәр хәрби хеҙмәтте дауам итеү өсөн йәнә махсус хәрби операцияға юл тотто. Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ. Намыҫ менән хеҙмәт итегеҙ. Иҫән-имен еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ. Һеҙҙе өйҙә көтәләр.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас: