-18 °С
Болотло
Тәнзилә Ғарипова - Октябрьский ҡалаһында йәшәгән уңған баҡсасы. “Башҡортостан” гәзите биттәре аша ла, үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә баҡсасыларға кәңәштәрен йәлләмәй, белгәне менән уртаҡлашып тора.
- Оҙаҡ йылдар дауамында орлоҡтарҙы ағас онтағына ултыртам. Был алым бик уңайлы. Улар тиҙ сыға, көслө була һәм күсереп ултыртыуға уңайлы. Араларында сибектәре булһа, алып ташлауы ла йәл түгел. Бөгөндән алып ҡабаҡ, ҡауын, ҡарбуз, ҡыяр ултыртырға иң ҡулай мәл, - ти Тәнзилә апай.
Фотолар Тәнзилә Ғарипованың социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.