Иң тәүҙә әйтеп үтер кәрәк: сөсө икмәк ул беҙҙең быуын кешеләре өсөн ашамлыҡ ҡына түгел, ә бала саҡ , әсәй тураһында бер хәтер, иҫтәлек. Хәҙерге заманда ашайым тиһәң ризыҡ күп, шулай ҙа һирәк булһа ла танһыҡ итеп бала саҡтағы сөсө икмәкте бешереп алабыҙ һәм ҡайтып әйләнгәндәй булабыҙ.
Әлеге ваҡытта сөсмәкте йышыраҡ нисек бешерәм шулай яҙам, йомшаҡ та, тәмле лә, ошолай йомро өлөштәргә бүлеп эшләйем.
Сөсө икмәкте мин кибет кефирында бешерҙем, ойоған һөт тә бара .
500 грамлыҡ пакет кефирға һалдым ярты сәй ҡалағы сода, бер сәй ҡалағы тоҙҙо ярты стакан ҡайнар һыуҙа эретеп ҡуштым, ярты стакандай көнбағыш майы (йәки 2-3 аш ҡалағы һары май), самалап еткән тиклем иләнгән он ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙы йомро ғына өлөштәргә бүлеп, әҙерәк кенә йәйә биреп, табаға теҙеп һалғандан һуң вилка менән уртаһынан тишкесләп сығып ҡыҙыу мейескә бешерергә оҙатырға (180°). Сөсө икмәктең бешеп сығыуы өйгә тәмле еҫтәр таралыуынан беленә, ярты сәғәт тирәләй ваҡыт эсендә бешеп сыға. Сөсө икмәктәр йомшаҡ ҡына булып бештеләр, һары май һәм һөт менән бигерәк тә тәмле инде...
Гөлгөнә Байегетова.