Орлоҡ һатып алғанда, уңайһыҙ тип тормағыҙ, һатыусынан тауар сертификатын һорағыҙ, ҡапта яҙылған мәғлүмәт менән ныҡлап танышығыҙ. Ҡулланыу һәм һаҡлау шарттарына ентекле күҙ һалығыҙ.
“Гибрид” тигән һүҙҙән ҡурҡмағыҙ. F1 – беренсе быуын, F2 – икенсе быуын гибриды (ғәҙәттә, һуңғыһы сәскә культураларына ҡарата ғына ҡулланыла). Махсус рәүештә эшкәртелгән булһа ла, гибридтарҙың ГМО менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ. Киреһенсә, бындай орлоҡтар мул уңыш биреү менән бер рәттән, ауырыуҙарға ла тотороҡло. Әммә уларҙан үҫкән йәшелсәнән орлоҡ эшкәртергә ярамай.
Орлоҡто махсус йүнәлештәге сауҙа нөктәһенән алырға тырышығыҙ, сөнки улар һыналған, ышаныслы партнерҙар менән эшләүгә өҫтөнлөк бирә. Бындай магазиндарҙа сифат контроле лә күпкә юғары.
Орлоҡтоң һауыты ҡабында мотлаҡ исеме, сорты, уны етештергән фирманың атамаһы, логотибы, адресы һәм башҡа төр мәғлүмәт булырға тейеш. Шулай уҡ ауырлығы йәки нисә дана булыуы, партияһының һаны күрһәтелеүе мотлаҡ.