Ауылда ғүмер итеүҙең тап шунда шул ҡыҙығы!
Ғүмер буйына ауылда донъя көткән, ауыл тормошона ғашиҡ булған кешеләр менән һоҡланмайынса мөмкин түгел. Егәрле хужаларҙың аҙбары тулы мал-тыуар, ихатаһы тулы ҡош-ҡорт, баҡсаһы тулы йәшелсә-емеш була. Уйлап ҡараһаң, ауыл кешеһенең эштәре тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, әммә улар барыһына ла өлгөрәләр.
Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Төбәк-Таҙлар ауылында йәшәүсе Ғайсар Үлмәҫбаев та бар тормошон ауыл ере менән бәйләгән. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йыл буйы Республика радио һәм телевизион тапшырыу үҙәгенә ҡараған үҙ ауылдарында урынлашҡан аралыҡ радиостанцияһында электр механигы булып эшләй. Әлеге көндә тормош иптәше Гөлшат һәм Ләйсән ҡыҙы менән матур итеп донъя көтәләр.
- Ауылымды бер ҡасан да ташлап киткәнем юҡ. Тыуғандан бирле ошонда йәшәйем. Ауылыбыҙ элек ҙур ине, хәҙер бер урам ғына ҡалды. Башлыса ололар көн итә. Тиҙҙән мал тоторлоҡ та кеше ҡалмаҫ әле, тип уйлап ҡуям. Мәктәп юҡ, дүрт-биш бала Мөкәйгә йөрөп уҡый. Ғүмер буйы тыуған еремдә күпләп мал тотоп йәшәйбеҙ. Әлеге көндә биш һыйырыбыҙ, бер атыбыҙ бар. Ауыл тормошона күнекккәнбеҙ инде. Бесәнен дә үҙем эшләй торғайным, тик әҙерәк һаулыҡ насарайғас, тракторымды һатып ебәрҙем. Шуға бесәнде һатып алырға тура килә. Умартабыҙ бар, баҡса үҫтерәбеҙ. Йәй көндәрендә өйрәк-тауыҡтар алабыҙ, - ти йорт хужаһы
- Ауыл ерендә эш урындары юҡ. Шуға күрә мал-тыуарһыҙ көн итеп булмай. Аҙна һайын Ҡарлыман, Прибельский, Ҡырмыҫҡалы баҙарҙарына алып барып һөт-ҡаймаҡ, май, эремсек, ит һатабыҙ. Һыйыр һауырға аппарат бар, - тип һүҙгә ҡушыла хужабикә.
Әйткәндәй, Үлмәҫбаевтар ғаиләһе “Даирә” гәзитенең сираттағы бүләген – иғәнәселәребеҙҙән бер тоҡ иген отто.
- Район гәзитен алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Элек “Хеҙмәт даны” алдыра инек. Хәҙер ғаиләбеҙ менән “Даирә”не көтөп алабыҙ һәм күмәкләшеп энәһенән ебенә тиклем уҡып сығабыҙ. Гәзиттә баҫылған бөтә мәҡәләләр оҡшай. Уның аша яҡташтарыбыҙ тураһында бик күп мәғлүмәт менән танышабыҙ, район яңылыҡтарын белеп торабыҙ, - тип оҙатып ҡалды Ғайсар ағай.
Ауылда донъя көткән кешеләр тураһында һүҙ барғанда ғәҙәттә һәр саҡ хәтергә ошо шиғыр юлдары килә:
Ауылдарҙа күнегелгән көндәлек ығы-зығы —
Ауылда ғүмер итеүҙең тап шунда шул ҡыҙығы!
Ауыл кешеләре ябай, илгәҙәк тә, алсаҡ та
Ауылдан һөт-ит ташыйбыҙ, ҡалаларға ҡасһаҡ та.
Розалия НАЗАРОВА.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА фотоһы.