Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
15 Февраль 2023, 13:51

ОРЛОҠТАРҘЫ НИСЕК СЫНЫҠТЫРЫРҒА?

Орлоҡтарҙың әкренләп шыта башлауын күрерһегеҙ.

ОРЛОҠТАРҘЫ НИСЕК СЫНЫҠТЫРЫРҒА?
ОРЛОҠТАРҘЫ НИСЕК СЫНЫҠТЫРЫРҒА?


√ Иң еңеле — көҙҙән үк сәсеп ҡалдырыу. Билгеле, бының өсөн ике тапҡыр күберәк орлоҡ кәрәк, сөнки барыһы ла тишелмәйәсәк, уның ҡарауы табиғи рәүештә сынығып, ныҡ буласаҡтар.

Орлоҡтарҙы һыуытҡыста, ҡышын урамда, ҡар аҫтында сыныҡтыра алаһығыҙ.

√ Һыуытҡыста сыныҡтырыу. Ҡапҡаслы пластик һауыт алырға. Орлоҡтарҙы дымлы грунтҡа (гидрогель, кокос субстракты, черемә һ.б.) сәсеп, һыуытҡыстың аҫҡы кәштәһенә ҡуйырға.

√ Ҡарҙа сыныҡтырыу. Ҡапҡаслы пластик һауыт алырға, бының өсөн пенопласт һауыттар уңайлы. Унда дренаж тишектәре яһарға. Орлоҡтарҙы дымлы грунт менән аралаштырып, ҡарға күмергә. Урынын билдәләп ҡуйырға. Яҙға табан һауытты ҡарҙан ҡаҙып алырға кәрәк, орлоҡтарҙың әкренләп шыта башлауын күрерһегеҙ.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

Автор:
Читайте нас: