Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл уңғандары
10 Ғинуар 2023, 16:02

Урама бешереү серҙәре

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Урама бешереү серҙәре
Урама бешереү серҙәре

2 йомортҡаға 1 йомортҡа һарыһын, 1 аш ҡалағы шыйыҡ май, ярты аш ҡалағы шәкәр ҡомо, семтем тоҙ, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Ондо аҙлап ҡына өҫтәп, ҡамырҙы 10-15 минут буйы баҫырға кәрәк.
Шунан полиэтилен тоҡсайға һалып, 15-20 минут буйы ял иттерәбеҙ.
Һуңынан йоҡа итеп (1-2 мм ҡалынлыҡта) йәйәбеҙ. Йәйгәндә он ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ. Шунан 3-4 сантимер киңлектә таҫмалар киҫеп, ағас ҡашыҡ һабына урап, ҡайнар майҙа әйләндереп тороп бешерәбеҙ. Икенсе башын сәнске менән тотобораҡ тороға кәрәк. Әҙер урамаларҙы ҡағыҙ салфетка өҫтөнә ҡуя барабыҙ.
Һыуынғас, өҫтәренә шәкәр пудраһы һибәбеҙ.

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_35257 

Автор:
Читайте нас: